Cовет осоронда студенттарҙың ауыл хужалығына ярҙам итеүе мәжбүри һаналған

Cовет осоронда студенттарҙың ауыл хужалығына ярҙам итеүе мәжбүри һаналған 28.09.2017

Физиктар ҙа, лириктар ҙа баҫыуҙа  кәбеҫтә, сөгөлдөр, бәрәңге сығара, ырҙын табаҡтарында эшләй. Ҡаланың ауылға шефлыҡ итеү лозунгыһы менән ойошторолған акция онотола яҙғанда, Стәрлетамаҡ районында ул  өсөнсө йыл рәттән яңынан тергеҙелә. Ирекмән-студенттар ауыл хужалығы эшсәндәренә картуф йыйыуҙа ярҙамлаша.

«Салауат» агрофирмаһының сорттарға бүлеү ангарында ике студент бригадаһы эшләй. 32 ирекмәндән торған «Факел» отряды  Стәрлетамаҡ физик культура, идара  һәм сервис колледжы студенттарынан ойошторолған. 2-3 курс студенттары баҫыуҙарҙан картуф уңышын йыя, уларҙы тоҡтарға тултыра һәм келәткә ташый. Иртәнән кискә тиклем эш   ике сменала бара. Ирекмәндәр араһында Стәрлетамаҡҡа  Краснояр крайынан уҡырға килгән Кирилл Сорочкин да бар.  
Кирилл Сорочкин, 3-сө курс студенты: «Эшебеҙ ауыр түгел. Беҙ картуф уңышын айырабыҙ. Эреһен бер урынға, ә ваҡтарын икесеһенә айырып һалып барабыҙ. Эште ике сменала башҡарабыҙ. Ауырлыҡтар юҡ».
Ринар Ждановтың бригадаһы беренсе сменала эшләгән. Төштән һуң улар ялда. Кемдер телевизор ҡарай, ә арығандар ял итә. Ирекмәндәр бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡханаға урынлаштырылған. Салауат районынан килгән студент Родион Исламов Милли көрәш менән шөғөлләнә, икенсе төркөмдөң бригадиры ауылға өсөнсө йыл ярҙамлаша.
Бынан 15-20 йылдар элек ауылға  шефлыҡ итеү  исеме менән үткәрелгән сара хәҙер ирекмәндәр хәрәкәте тип атала. Иң мөһиме, төбәктә етештерелгән ашлыҡ  юғалтыуҙарһыҙ йыйып алына, республикала аҙыҡ-түлек запасы ла арта.  Студенттар агрофирмаға ярҙамлаша, ә улар үҙ сиратында ҡыш миҙгелендә колледждың студент ашханаһын аҙыҡ-түлек һәм йәшелсә менән тәьмин итә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку