Быйылғы ураҡ компанияһына барлыҡ төбәктәр ҙә әүҙем ҡушылды

Быйылғы ураҡ компанияһына барлыҡ төбәктәр ҙә әүҙем ҡушылды 21.08.2017

Эштәрҙең йылдам алып барылыуына көндәрҙең ҡоро тороуы ла булышлыҡ итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала иң юғары күрһәткескә Саҡмағош районында урынлашҡан Герой хужалығы өлгәшә. Бөгөнгә улар гектарынан илле центнерға яҡын уңыш йыйып ала.

Баҫыу караптары Саҡмағош районынының икһеҙ-сикһеҙ уңдырышлы ашлыҡ диңгеҙен иңләй. Быйылғы ураҡ миҙгелелен  төбәк игенселәре оло түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Сөнки даими яуып торған ямғырҙар алдан уҡ мул уңышҡа өмөт уятҡан. Ысынлап та, яуаплы компания башланыу менән бар ниәттәр ҙә тормошҡа аша башлаған. Бөгөнгә урындағы ауыл эшсәндәре республикала иң юғары уңыш алыуға өлгәшә.
Дәүләт бураларын ашлыҡ менән тултырыуға райондың Герой хужалығы айырыуса тос өлөш индерә. Бөгөн урындағы ауыл эшсәндәре ужым арпаһы һуғыу менән мәшғүл. Комбайн бункерҙарына тулған культураны йөк машиналары шунда уҡ келәттәргә ташый. Игенселәрҙең бар маҡсаты- үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу.  
Герой хужалығының геройҙарса ҡаҙанышы бының менән сикләнмәй. Быйыл улар кукуруздан да мул уңыш алырға иҫәп тота. Әлеге ваҡытта был культураның оҙонлоғо 3 метрҙан ашып киткән. Сит ил технологияһы буйынса үҫтерелгән ҡыяҡлы киләсәктә Һауым кимәлен арттытырға ярҙам итәсәк.
Ураҡ эштәре менән бер рәттән хужалыҡ эшсәндәре мал аҙығын әҙерләүгә, ҡураларҙы яңыртыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Әле бында 1 меңдән ашыу тоҡомло һыуым һыйыры иҫәпләнә. Уларҙан көн һайын 27 тонна самаһы һөт һауып алына. Был күрһәткес буйынса ла хужалыҡ республикала тәүгеләр иҫәбендә.  
Хужалыҡ етәкселеге киләсәктә малдар һанын ишәйтергә һәм һауым кимәлен тәүлегенә 33 килограмға тиклем еткерергә иҫәп тота. Хәйер, бының өсөн ауыл эшсәндәре бөгөндән үк ныҡлы нигеҙ булдырырыға тырыша.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку