Быйылғы һауа торошо ауыл хужалығы өсөн үҙенең дымлылығы һәм температура режимы буйынса  һуңғы 15 йылдағы иң яҡшыһы, ти белгестәр 12.05.2015

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң сәсеү кампанияһы өсөн уңайлы шарттар бар төбәктәрҙә лә урынлашты. Климат факторҙарын иҫәпкә алып, был көндәрҙә бар культураларҙы ла сәсергә мөмкин. Әммә өҫтөнлөктө ярауай бойҙай, һоло  һәм борсаҡҡа биреү кәңәш ителә.  

Һауа торошона бәйле, ҡыр эштәре һуңғы көндәрҙә әкрен барҙы. Шуға ҡарамаҫтан графиктан тайпылыу  ҡурҡыныс тыуҙырмай.  Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала 465 мең гектарҙа ярауай культуралар сәселгән. Был планға ҡарата 23 процент. Алдынғылар   рәтендә Әлшәй, Дүртөйлө, Илеш һәм Краснокама райондары килә. Һанап үтелгән төбәктәр яҙғы сәсеү эштәрен яртылаш тамамлаған да инде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика