Быйылғы һауа шарттары Хәйбулла аграрийҙарына мал аҙығы һәм иген культураларынан мул уңыш йыйып алыу мөмкинлеге бирҙе

Быйылғы һауа шарттары  Хәйбулла аграрийҙарына мал аҙығы һәм иген культураларынан мул уңыш йыйып алыу мөмкинлеге бирҙе 07.09.2017

Бөгөнгә районда 61 мең гектарҙа иген йыйып алынған. Был планға ҡарата 84 процент. Гектар ҡеүәте ҡыуандырырлыҡ, район буйынса һәр гектарҙан уртаса 15 центнер уңыш йыялар. Айырым хужалыҡтарҙа, атап әйткәндә «Бикбау» йәмғиәтендә гектар ҡеүәте 28 центнер тәшкил итә.  Урып йыйыу кампанияһына август урталарында төшкән был хужалыҡ игенселәре әле һоло, арпа культураларын һуғып, ҡаты һәм йомшаҡ бойҙайға күскән. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә,  гектарынан уртаса егерме центнерҙан да кәм булмаған уңыш алына.  

Быйылғы миҙгел аграрийҙар өсөн сағыштырмаса яҡшы килгән.  Яҙ һәм йәй башындағы ямғырҙар үҫентеләргә буй еткерергә булышлыҡ итһә, йәй уртаһындағы эҫе көндәр башаҡтарҙың өлгөрөүенә ярҙам күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта сәсеү технологияларын йылдан йыл  камиллаштыра барыу ҙа һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көнгә ҡарата район хужалыҡтарында һикһән туғыҙ меңдән ашыу  тонна иген һуғып алынған.  Бөтәһе лә ыңғай килә, барлыҡ культуралар ҙа сағыштырмаса яҡшы уңыш бирә, ти  игенселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку