Быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышы былтырғынан кәм булмаясаҡ 02.09.2014

Шуға күрә татлы тамырҙы эшкәртеүсе заводтарға көсөргәнешле эшкә әҙерләнергә кәрәк. Ошо турала һүҙ бөгөн Бүздәктә үткән семинарҙа барҙы. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры аграрийҙарҙан ҡуйылған бурысты еренә еткереп башҡарыуҙы талап итте. Яңы уңыштың юғалыуына юл ҡуйырға ярамай, тип билдәләне ул сығышында.

Яңы комбайн алты сөгөлдөр рәтен бер юлы алып бара. Сәғәт эсендә ул 2-2,5 гектар майҙанда татлы тамырҙы ҡаҙып ала, был техника менән тәүлегенә 30 гектарҙы эшкәртеп була. Былтыр дәүләт субсидиялары ярҙамында республика хужалыҡтары ошондай 24 сөгөлдөр ҡаҙыу комбайны һатып ала. Техника үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән дә инде. Быйыл да татлы тамыр уңышы яҡшы булыр тип күҙаллана, уны ҡаҙып алыу өсөн бөтәһе лә әҙер. Бүздәктә үткән семинар-кәңәшмәлә төп баҫым уңышты эшкәртеүгә яһалды, Николай Коваленко үткән йылғы хәлдең ҡабатланмаҫҡа тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл хужалығы министры сөгөлдөр ҡаҙыуҙы бөгөн-иртәгә башларға кәрәк тип билдәләне, шәкәр заводтары уны 5 сентябрҙән ҡабул итә башлаясаҡ. Әлегә предприятиелар эшкә әҙерлеген белдерә.
Сергей Байғужин, Раевка шәкәр заводы директоры: «10 сентябрҙан завод эш башлаясаҡ. Быйыл 450 мең тонна сөгөлдөр эшкәртергә иҫәп тотабыҙ. Ғинуар аҙағына тиклем бөтә мәсьәләләрҙе тамамларға иҫәп тотабыҙ».
Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге татлы тамырҙы баҫыуҙарҙан октябрь аҙағына тиклем алып бөтөргә тигән күрһәтмә бирҙе. Сөнки аҙаҡ уңыштың ҡар аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ғөмүмән, тармаҡ өсөн хәҙер шарттар ҡулай тип билдәләнә. Күпләп шәкәр етештереүсе Украина менән мөнәсәбәт һалҡынайҙы, Латин Америкаһында иһә шәкәр ҡамышын эшкәртеүҙең түбәнәйеүе күҙәтелә. Был шарттарҙа аграрийҙарға уңышты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика