Быйыл Республика аграрийҙары ужым культураларынан үткән йылға ҡарағанда күберәк уңыш алырға иҫәп тота

Быйыл Республика аграрийҙары ужым культураларынан  үткән йылға ҡарағанда  күберәк уңыш алырға иҫәп тота 14.07.2015

Йәйҙең ямғырлы килеүе уңышҡа ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Благовар элеваторында бойҙайҙы ҡабул итеү һәм һаҡлау өсөн техника ентекле әҙерлек үтә.

Уҙған йылғы иген конвейер таҫмалары буйлап үткәрелә. Йыл һайын тап ошо элеваторға сорттарға бүлеү һәм сүптән айырыу өсөн иген килтерелә. Яңы уңышты ҡабул итер алдынан технология процессы ҡат-ҡат тикшереү үтә.
Людмила Кәбирова, Благовар элеваторының өлкән технологы: «Элеваторҙағы ҡорамалдарҙың техник торошо яҡшы. Запас деталдәр алынған, улар иҫкеләрен алыштыра. Яңы уңышты тулыһынса ҡабул итергә әҙербеҙ».
Был лабораторияла бойҙайҙың сифаты ентекле тикшереү үтә. Бындағы һәр тартмала бер нисә райондың баҫыуҙарынан килтерелгән арыш һәм бойҙай. Башта  улар иләк   аша үткәрелә, һуңынан яңы ҡоролмала һынау үтә.
Зөһрә Ильясова, Благовар элеваторы лаборатория мөдире: «Башлыса бойҙайҙың сифаты тикшерелә, бойҙай ҡатнашмаһының дымлылығы билдәләнә. Уңыш  торошон билдәләп, хужалыҡтар менән иҫәпләшәбеҙ».
Был етештереү комплексы егерме йыл элек төҙөлгән. Хужалыҡтар тарҡалғас, заводты шәхси ҡулдарға һатмағандар, ҡалдыҡһыҙ етештереү комбинаты ойошторалар - бер-нисә йыл эсендә Благовар элеваторына яңы һулыш биргәндәр.
Рим Ҡотошов, Благовар элеваторы  директоры: «Үткән йыл 19 тонна иген алғайныҡ, быйыл да уңыш мул булмаҡсы. Иген бөтәһенә лә етерлек эшкәртеләсәк».
Был предприятела үҙ эшен яратҡан белгестәр йыйылған. Иген эшкәртеүҙә иң мөһиме - эшсе ҡулдар һаҡ ҡына ҡағылған бойҙай бөртөгө. Ә бындағы уңғандар икмәк хуш еҫле һәм тәмле булһын өсөн бар көсөн һала. Благовар элеваторында келәттәргә һәм иген һаҡлағыстарға ремонт үткәрелгән. Иген үҫтереүселәр ҙә  мул уңыш вәғәҙә итә,тимәк, магазин кәштәләре быйыл икмәк продукцияһы төрлөлөгөнән һығылып торасаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика