Быйыл һәр һыйырҙан йыллыҡ һөт күләме 4 мең 750 килоға етергә тейеш

Быйыл һәр һыйырҙан йыллыҡ һөт күләме 4 мең 750 килоға етергә тейеш 05.04.2016

Был турала бөгөн Өфө районының «Алексеевка» совхозында үткән кәңәшмә лә билдәләнде.  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, ауыл хужалығы белгестәре, етештереүселәр, эшкәртеүселәр ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа һүҙ һөтсөлөк тармағы һәм һөт аҙыҡтары баҙарындағы хәл тураһында барҙы.

Алекссевка совхозы етәкселәре   заманса технологиялар хаҡында  оло ғорурлыҡ менән һөйләй.Мәҫәлән был ҡоролма бер юлы өс тиҫтәгә яҡын һыйырҙы һауа, һөт торбалар аша тура цехҡа оҙатыла, ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай.  Хужалыҡта шудай уҡ малды туҡландырыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Һөҙөмтә һандарҙа күренә, йылына һәр һыйырҙан уртаса 8 мең килограмм тирәһе һөт һауып алына.
Алекссевка хужалығы  малсылыҡ тармағында тулы линияны үҙ эсенә алған. Мал аҙығын әҙерләүҙән башлап әҙер продукция   магазин кәштәләренә барып еткәнгә тиклем.
«Алексеевка» хужалығы етештереү, эшкәртеү, сауҙа итеү йүнәлештәрен уңышлы берләштерә. Әле бында 2 тиҫтәгә яҡын төрлө һөт аҙыҡтары  сығарыла. Быйыл предприятиела башҡорт милли ризыҡтарын  етештереү ҙә яйға һалына башлаған. Һуңғы яңылыҡтарҙың береһе ошондай ҡаптарға  һалынған ҡыҙыл эремсек.
Хәбәрсе. Йылына бер һыйырҙан уртаса 8 мең кило һөт һауған Алекссевкаларҙан айырмалы башҡа хужалыҡтарҙа был күрһәткес ни бары  4 мең ярымға яҡынлай. Белгестәр фекеренсә, һөт етешмәү күп заводтарҙын тулы ҡеүәтенә эшләмәүенә килтерә. Тағы ла бер статистика, бөгөн үҙебеҙҙә етештрелгән һөттөң 80  проценты урында эшкәртелә, ҡалғаны  күрше төбәктәргә оҙатыла. Уның ҡарауы беҙҙең ҡайһы бер предприятиелар   сеймалды ситтән һатып ала.  
Халыҡтан һөт йыйыуҙы йәнләндереү хаҡында ла һүҙ булды. Бөгөн был эште  3 завод ҡына  ойошторған.  Тағы ла бер  маҡсат продукцияның  үҙҡиммәтен кәметеү. Мал башын, йәғни һауын һыйырҙарҙың иҫәбен арттырыуҙан бигерәк, һауылған һөт күләмен күтәреү мотлаҡ. Шул ваҡытта ғына  һөткә хаҡтар ҙа тотороҡло һаҡланасаҡ. Әле һөткә хаҡтарҙың юғары булыуына зарланыусылар ҙа бар. Берәүҙәр етештереүселәрҙе, икеселәре эшкәртеүселәрҙе, өсөнсөләре эшҡыуарҙарҙы ғәйепләй. Әммә һөт союзы вәкилдәре билдәләүенсә, фараздарҙың береһен дә дөрөҫ тип әйтеп булмай. Мәҫәлән бөгөн етештереүсе һөттөң литрын 16 һумдан һата, эшкәртеүсе үҙ хеҙмәте өсөн бер һум ғына өҫтәй, тағы ла ндс, ҡап өсөн хаҡ ҡушыла, сауҙа үҙәктәре өҫтәй.  Шуға күрә, һөтсөлөк тармағын артыҡ килемле  йүнәлеш тип иҫәпләргә кәрәкмәй.  Әле беҙҙә һөттөң бер литры  41 һум тирәһе, сағыштырыу өсөн күрше һамарҙа 49, Сыуаш республикаһында  48,  Нижегородка өлкәһендә  43 һумдан ашыу.  Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар   социаль  продукциялар төрөн арттырыу тәҡдимен дә күтәреп сыҡты.  
Кәңәшмәлә  һөт аҙыҡтарына  пальма майы, антибиотиктар  өҫтәү күренештәре лә тикшерелдә. Белгестәр фекеренсә, был осраҡта продукцияның исеме лә үҙәрергә тейеш. Мәҫәлән, һөт түгел, һөт продукцияһы, эремсек урынына эремсек  продукцияһы тип.  Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, һөтсөлөк тармағы оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәт талап итә, хәҙерге заманда  - өҫтәп етди күҙәтеү ҙә.  Сифатлы мал аҙығынан башлап, заманса фермаларға, заманса технологияларға, сауҙа әйләнешенә  тиклем.  Ошо йүнәлештәрҙе уңышлы берләштергәндә генә кәштәләрҙә сифатлы ла, арзан да   һөт  аҙыҡтары тулып  ятасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку