Быйыл беренсе тапҡыр ветеринария хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә

Быйыл  беренсе тапҡыр ветеринария хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә 09.09.2014

Был өлкәлә ил буйынса 100 меңдән ашыу белгес эшләй. Мал табиптары  мал-тыуар ғына түгел, кеше ғүмере өсөн хәүефле, йоғошло ауырыуҙарҙы асыҡлап иҫкәртеү хаҡында ла хәстәрлек күрә. Ошондай тәжрибәле белгестәрҙең береһе Баймаҡ районында эшләй.

Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән Ирмәк Ғәлин йәштән үк ауылда йәшәү, күпләм мал тотоу хаҡында уйлана. Уҡыуын  тамамлағас та, үҙенең тыуған колхозында эш башлай. Башта ябай көтөүсе, аҙаҡ инде 1996 йылда баш ветеринар  итеп тәғәйенләнә. Шул замандан алып үҙ һөнәренә тоғро Ирмәк Сәләх улы.  
Ветеринария хеҙмәте - яуаплы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һәм  етди эш. Колхоздың һәм ауыл халҡының малын төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау, уларҙы дауалау һәм профилактикалау - барыһы ла ваҡытында башҡарылырға тейеш. малдар  ҙа кеше кеүек  ул, тик  телдәре генә юҡ. Шуға күрә уларҙың һаулығын һаҡлау - беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, ти белгес.
Коллегалары ла уның тураһында тик яҡшы фекерҙә.  Әле лә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшенә яуаплы ҡараған Ирмәк Сәләх улы күптәргә үрнәк булып тора.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика