Быйыл Башҡортостостанда картуфҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ

Быйыл Башҡортостостанда картуфҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ 28.08.2017

Бигерәк тә меристима ысулы менән үҫтерелгән культуранан уңыш күп булыр тип көтөлә, Туймазы хужалыҡтарының береһендә гектарынан яҡынса 250 центнер картуф йыйырға әҙерләнәләр. Баш ҡала баҙарҙарының түрендә лә - икенсе икмәк. Әлегә уға хаҡтар илле һумғаса ҡуйылған, шулай ҙа көҙгө йәрминкәләр был йүнәлештә бер ни тиклем тигеҙлек булдырыр тип көтөлә.

Туймазынан Мөхәмәтгәрәй Батыров сирек быуат  картуф сәсеү менән шөғөлләнә, башта 70 гектар майҙанда эшләһә, хәҙер 30 гектар ер ҙә етә,-ти фермер. Иң мөһиме орлоҡ сифатлы, ә ер ашламалар менән туҡландырылған булһын. Быйыл йүнсел меристема культураһын үҫтереп ҡарарға баҙнат итә, был орлоҡ материалы лаборатор шарттарҙа үҫтерелә, бер ниндәй ауырыуҙарға ла бирешмәүе менән айырыла.
Ярты гектарҙа меристема ысулы менән үрсетелгән культураны иһә Мөхәмәтгәрәй Батыров һатыуға сығарырыға ашыҡмай, 12-13 тонна картуф киләһе йылға орлоҡ итеп ҡалдырыласаҡ. Дөйөм алғанда быйылғы уңыш ҡеүәте  гектарҙан 250 центнер. Вирустар һәм ауырыуҙарға бирешмәүсән орлоҡтар әҙерләү менән Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтында ла шөғөлләнәләр. Әлегә был элиталы материалға ихтыяж юғары, республика буйынса 2-3 мең тонна талап ителә, ғилми үҙәк лабораторияһында иһә яҡынса 5-10 проценты ғына етештерелә.
Илдар Мәрҙәншин, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының картуф селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ лабораторияһы етәксеһе: «Беҙ лабораторияла ерҙә үрсетеү системаһы буйынса гидропон ҡоролмалары ярҙамында ҡышҡыһын орлоҡтарҙы ултыртабыҙ, һуңынан уларҙы ялан шарттарында үҫтерәбеҙ. Артабан сәсеү материалын 100-130 тонна күләменә еткерәбеҙ,  фермерҙар араһында был орлоҡҡа ихтыяж ҙур».
«Быйыл һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы картуф культураһына кире тәьҫир итмәне»,-ти институт белгестәре. Юғалтыуҙар булмаясаҡ, магазин кәштәләрендә халыҡ һорауын ҡапларлыҡ был продукция буласаҡ.
Башҡортостанда йөҙ мең гектар майҙанда картуф сәселә. Ауыл уңғандары баш ҡала баҙарҙарында быйылғы уңышты тәҡдим итә башлаған да инде. Икенсе икмәктең бер килограммы - яҡынса 25-30 һум. Сентябрҙән хаҡтарҙың түбәнәйеүе көтөлә.
Картуфтың ниндәй генә сорты юҡ бында. Сит илдән килтерелгән культуралар ҙа етерлек. Шулай ҙа Ҡырмыҫҡалы районы Сәүәләй ауылынан Фаяз Аҙнағолов һатып алыусылар өсөн әлегә көрәш юҡ кимәлендә,-ти. Сауҙа һөҙөмтәле бара. Әйткәндәй, йүнселдең 25 сутый ере бар, яҙын бер биҙрә сәселгән картуф орлоғо майҙанынан ул ун тапҡырға күберәк уңыш йыйып ҡыуанған.
Ауыл уңғандары өсөн тиҙҙән көҙгө йәрминкәләр - баҡса уңышынан килем алыу майҙансығына әйләнәсәк. Баш ҡалала сауҙа итеү өсөн иһә барлыҡ шарттар булдырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку