Быйыл Башҡортостанда үткән йыл менән сағыштырғанда 470 мең тоннаға күберәк уңыш йыйып алынған

Быйыл Башҡортостанда үткән йыл менән сағыштырғанда 470 мең тоннаға күберәк уңыш йыйып алынған 02.10.2015

Айырыуса яҡшы күрһәткестәр Ауырғазы, Баймаҡ, Благовар, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ райондарында. Шул уҡ ваҡытта мулыраҡ уңыш өҫтәмә аҡсаға әйләнеүен көтөргә тура килмәй. Был яҙғы сәсеү кампанияһының аграрийҙар өсөн ҡиммәткә төшөүе менән бәйле тип билдәләйҙәр ауыл хужалығы министрлығында.  

Ә бына йыйып алынған ашлыҡ юғалмаясаҡ тип белдерҙе ураҡ эштәре һөҙөмтәләре темаһына арналған матбуғат конференцияһында Николай Коваленко. Республика һаҡлағыстары 4 миллион тонна иген һыйҙыра ала. Ә киптергестәр етмәй. Шуға ла киләһе йылдарҙа уларҙы модернизациялау һәм төҙөүгә күп иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ теплицалар, фермалар, селекция үҙәктәре булдырыу ҙа субсидиялау программаларға ярашлы дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта, алдан әйтелгәнсә бюджет ярҙамын күрһәтеүҙә һөҙөмтәле эшләүсе хужалыҡтарға өҫтөнлөк биреләсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика