Быйыл ауыл хужалыҡтары мөһим кампанияға-мал аҙығын әҙерләүгә, үткән йылдарға ҡарағанда иртәрәк төштө 23.06.2016

Баҫыу эшсәндәре үләндең һутлы сағында һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ҡыш буйына етерлек йәшел масса әҙерләп ҡалырға тырыша. Әбйәлил районының ,,Красная Башкирия" хужалығы мөһим кампанияны бынан ун көн элек башлаған һәм бөгөн эш тулы ҡеүәткә бара.

Райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе Красная Башкирия кооперативы әле бар көстө күп йыллыҡ үләндәрҙән сенаж һалыуға йүнәлткән. Һуңғы йылдарҙа был хужалыҡ тоҡомло малдар үрсетеүгә ҙур әһәмиәт бирә, шуға күрә ауыл эшсәндәре өсөн мал аҙығын етәрлек кимәлдә әҙерләү төп бурыстарҙың береһе. Йылдан-йыл люцерна, кукуруз баҫыуҙарының майҙанын киңәйтеү ҙә ошоға бәйле. Әле ике мең тонна сенаж әҙерләнгән, әйтергә кәрәк, быйыл хужалыҡ сенажды яңы ысул менән һала.

Баҫыуҙа барлығы һигеҙ берәмек техника эшләй. Был миҙгелдә хужалыҡ паркы  ике яңы техника менән тулыланған.яны сапкыстар узенен етештереусанлеге менан айырыла, тиз арала зур майданды сабып сыгыуга олгаша. Билдәләргә кәрәк, кооперативта бар техникалар ҙа яңыртылған,  баҫыу эшсәндәренә  уңайлы шарттар булдырылған.

Мтс-Урал аръяғы Агрофирмаһының Әбйәлил филиалында ла мал аҙығын әҙерләү кампанияһы ойошҡанлы бара. Баҫыуҙа бесән төктәрҙә әҙерләнә. Йылдың уңышлы килеүе лә йәшел массаның  кеүәтенә ыңғай йоғонто яһай.

Районда мал аҙығын әҙерләү 20 процентҡа үтәлгән.  Ике хужалыҡ сенаж һалһа, башҡалары бесән әҙерләү менән мәшғүл. Аграрийҙар өсөн йылдың һәр көнө ҡәҙерле, шуға күрә хужалыҡ алдында яуым-төшөм туҡтап торған саҡта, етәрлек кимәлдә аҙыҡ әҙерләү бурысы тора.

Әлфиә Хәмитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика