Бынан ике йыл элек «Эш башлаусы фермер» грантына дәғүә итеп, бөгөнгө көндә фермер булып унышлы эшләүсе Азамат Сыңғыҙов ауылда төпләнгән йәш белгестәрҙен береһе

Бынан ике йыл элек «Эш башлаусы фермер» грантына дәғүә итеп,  бөгөнгө көндә  фермер булып унышлы  эшләүсе  Азамат Сыңғыҙов  ауылда төпләнгән йәш белгестәрҙен береһе 07.12.2017

Быйыл ул элекке  колхоз фермаларының кәртә-ҡураларын йүнәтеп, ҡышҡы миҙгелгә әҙерләгән. Баймак районынын Түбәнге Иҙрис  ауылында көн иткән фермерҙын  эш көнө менән беҙҙен ижади төркөм дә танышты.

Азамат һөнәре буйынса юғары белемле зоотехник.  Ата әсәһенең  бар ғүмерен колхоз, ер эшенә бағышлауы буласак фермерҙын да киләсәкке һөнәрен билдәләй. Унын теләге тыуган яғында үҙ кеше, еренә хужа булып йәшәү хыялы тормошка ашып бара. 4 йыл элек асылған крәҫтиән фермер хужалығында ни бары 5 баш һыйыр малы аҫралһа, бөгөн уларҙын һаны 40 ҡа якынлаган. Сыңғыҙовтар 15 баш һыйырҙан аҡ алһа, ҡалғанын ит өсөн һимертә, уны  һатып    акса эшләй.  Ошо арауык эсендә «Эш башлаусы фермер» программаһында ла енергә өлгөрә. Грант аксаһына  техника һәм тағы ла 10 баш мал алыуга ирешә. Ошондай фермерҙарҙын ауылда эш башлауы бик  отошло. Улар элекке колхоздарҙын ташландык фермаларын алып тәртикә килтерә.  
Һәр башлаусы фермер буларак эште алып китеүе енел түгел. Малдар һаны арткан һайын сәсеүлек майҙандарын арттырыу, көтөүлектәрҙе алдан хәстәрләү бурысы тора. Ә фермерҙын  киләсәккә пландары ҙур.  
Районда йылдан йыл эш башлаусы фермерҙар исәбе арта. Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, тигәндәй, йәштәрҙен күбеһе төрлө ауырлыҡтарға ҡарамайынса,  ауыл ерендә эшләргә һәм йәшәргә  әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку