Әбйәлилдәр республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен башларға йыйына

Әбйәлилдәр республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен башларға йыйына 17.03.2017

Был төбәктә быйыл ҡарҙың аҙ яуыуы менән бәйле. Әле хужалыҡтар техника ремонтлау эштәрен тамамлау алдында.

Оҫтаханаларҙа эш иртәнән ҡара кискә тиклем дауам итә, тәү сиратта һөрөү, тырматыу, сәсеү техникаһы әҙерләнә. Инженерҙар әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәрендә төп  көс беларустарға төшә, шуға күрә был тракторҙарҙы  ремонтлауға иғтибар ҙур. Әммә артыҡ мәшәҡәт юҡ,  уларға запас частәр табыуы ла ауыр түгел, күп кәрәк-яраҡ урында уҡ әҙерләнә.
Ә бына океан аръяғынан һатып алынған  Джон дир һымаҡ заманса техника ҡулланыуға уңайлы, энергияны ла аҙыраҡ сарыф итә. Тик был тракторҙарҙы хеҙмәтләндереү бик ҡиммәткә төшә, алмаш өлөштәрҙе табыуы ла ҡыйыныраҡ.  Гарантиялы ҡулланыу срогы үткәндән һуң  айырыуса иғтибар талап итә.
Көньяҡ райондарҙың машина-технология станцияһында 20-ләгән техника берәмеге иҫәпләнә, әле уларҙың барыһы ла тиерлек яҙғы баҫыу эштәренә әҙер. Әлбиттә, запас частәр менән проблема  бар, әммә мәсьәлә яҡын арала уҡ хәл ителер тип көтөлә. Сөнки быйыл төбәктә сәсеүгә иртәрәк, ерҙә дым кипмәҫ борон төшөү ҡаралған.
Машина-технология станцияһының 12 мең гектарға яҡын майҙаны бар.  Быйыл иген, техник культуралар сәсеү ҡаралған. Шулай  сифатлы мал аҙығы әҙерләү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе.  Көндәр йылы торһа баҙыу эштәрен  тиҙ арала башҡарып сығыу ҡарала, әле үк ике сменала эшләү өсөн механизаторҙар тупланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика