Әбйәлил районында ураҡ эштәре 10 процентҡа үтәлгән

Әбйәлил районында ураҡ эштәре  10 процентҡа  үтәлгән 18.08.2017

Һауа шарттарына бәйле быйыл ураҡҡа төбәк эшсәндәре һуңыраҡ төштө. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар баҫыуҙан ырҙын табаҡтарына ярайһы уҡ яҡшы уңыш оҙата. Әйткәндәй, Әбйәлил районы быйыл республикала тәүгеләрҙән булып кукуруз культураһын No-till һәм Strip-till технологияһы буйынса сәсте. Тәжрибә һөҙөмтәһенә бәйле төбәктә ғилми-ғәмәли семинар ойошторолдо. Сарала сит ил белгестәре ҡатнашты.

No-till, йә иһә ерҙе һөрмәйенсә сәселгән ауыл хужалығы культураһының бөгөнгө хәле тикшерелә. Заман технологияһы был юлы кукурузды ла һынап ҡараны. Төрлө илдәрҙән килгән белгестәр уның нисек тамырланыуына, үҫешенә баһа биреп һығымталар яһаны. Кукуруз бер баҫыуҙа ике төрлө алым менән No-till һәм Strip-till технологияһы ярҙамында сәселгән.
Кэмерон Маккензи, ер эшкәртеү технологиялары буйынса белгес: «Ноу-тилл һәм стрип-тилл технлогияһы ярҙамында ауыл хужалығы культураһын сәсеп, тупраҡтың мөһим компонеттарын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Шуның һөҙөмтәһендә тупраҡ төҙөлөшө боҙолмай, ер кипмәй, дым һаҡлана, ә һабан менән эш иткәндә тупраҡҡа ҙур зыян килә».
Эксперимент рәүешендә сәселгән ауыл хужалығы культураһы фермерҙарға яңы аҙым да булып тора. Килемдең тотороҡло, ысулдың файҙалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды белгестәр. Сара бөгөнгө көндә төп проблема ул тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын  һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡалды. Сөнки һуңғы йылдарҙа ғына ҡара тупраҡ ҡатламы 30-35 сантиметр кәмегән. Серемтәнең дә йыл да юҡҡа сығыуы күҙәтелә. Ауыл хужалығы белгестәре лә уңдырышлы ҡара тупраҡтың 40-50 йылдан юҡҡа сығыуын күҙаллай. Был йәһәттән яңы алым проблеманы хәл итеүенә ышана ауыл эшсәндәре.
Ике технология ла тупраҡты һаҡсыл ҡулланыуға ҡоролған. Семинарҙа ҡатнашыусылар Әбйәлил ерлегендә нигеҙ һалынған эксперименттың һөҙөмтәле булыуы билдәләне.  Артабан, ер эшкәртеүҙең яңы ысулдарын  республиканың төбәктәре  күтәреп алыр тигән өмөттә ҡалды белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку