Әбйәлил районында «Һөтсөлөктө үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу» маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә тәүге ферма сафҡа инде 09.02.2015

Тоҙлокүл ауылы һөтсөлөк фермаһына Фәүҡинур Солтанова исеме бирелде. Ул төбәктең «Красная Башкирия» совхозында 38 йыл һауынсы булып эшләй. Эшендә күрһәткән юғары һөҙөмтәләре өсөн Фәүҡинур Солтанова «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт алдыңғыһы исемен йөрөткән хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Әбйәлилдәр «500 һөт фермаһы»на ҡараған хужалыҡтың асылыуын ҡыуанып  ҡаршы алды. Һөтсөлөк фермаһы ысынлап та, үҙен аҡлаясаҡ, ти ҡунаҡтар ҙа. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә ҡалған биналар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ферма  заман талаптарына яуап бирә.
Азат Йыһаншин, Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары: «Ауылдарҙа  хужалыҡтар асылыуы яңы эш урыны булдырыу тигән һүҙ. Тимәк, ауыл хужалығы ла үҫә. Район һәм республика етәкселеге  төбәктә фермалар төҙөлөшөнә ныҡлы иғтибар бүлә. Быға  маҡсатлы программалар ярҙамға килә».
«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативына ҡараған ферма республиканың маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Дөйөм проект хаҡы 35 миллион һум тәшкил итә. Ә инде уның яртыһынан күбеһен предприятие сығымдары тәшкил итә. Әлеге ваҡытта хужалыҡта 150 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Тиҙҙән улар тағы бер-нисәүгә артасаҡ.
Малдың һөтө телендә, тигәндәй «Красная Башкирия» ауыл хужалығы бөйрәкәйҙәрен төрлөләндереп ашатыуға етди ҡарай. Һөҙөмтә әле үк һиҙелмәһә лә, бер-ике йылдан уңыштар  күҙгә күренер, тип ышана хужалыҡ етәкселеге.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика