Әбйәлил районында ноутил һәм стриптил технологияларын индереү һәм тарап урыуҙы ҡулланыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте

Әбйәлил районында ноутил һәм стриптил технологияларын индереү һәм тарап  урыуҙы ҡулланыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте 12.10.2015

Семинарға республиканың төрлө төбәктәрҙең баш агрономдары һәм инженерҙары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм фермерҙар саҡырылды.

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илдар Насыров билдәләүенсә, ноутил һәм стриптил технологиялары Башҡортостанда лайыҡлы урын алды. Улар быйыл Әбйәлил, Мәләүез, Күгәрсен, Ауырғазы, Саҡмағош һәм тағы ла бер нисә районда  уңышлы ғәмәлгә ашырылды. Был технологияларға күскән хужалыҡтар тулайым иген һуғып алыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәште. Мәҫәлән, «Рощинский» хужалығы эшсәндәре быйыл гектарынан уртаса 30 центнерҙан ашыу уңыш йыйып, келәттәргә барлығы 57 мең тонна ашлыҡ һалды.
Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ тарап  урыусы комбайн эшмәкәрлеге менән дә танышты. Белгестәр уны ноутил алымының үҙенә күрә технологик сылбыры булып тороуын билдәләй. Заманса техника эштәр барышын ике тапҡырға тиҙләтергә һәм яғыулыҡты 50 процентҡа тиклем кәметергә мөмкинлек бирә. Иң мөһиме иген культураларының башағы урыла, ә һабағы шул килеш  ҡала. Был үҙ сиратында ҡыш көндәрендә ҡар тотоға һәм киләһе йылға дымлылыҡты һаҡлауға мөмкинлек бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку