Әбйәлил районында малсылыҡ тармағын үҫтереүгә арналған семинар үтте

Әбйәлил районында малсылыҡ тармағын үҫтереүгә арналған семинар үтте 15.04.2016

Ауыл хужалығы белгестәре Әбдрәш ауылындағы фермер хужалығының эш тәжрибәһен өйрәнде.  

Рәмил Юлдыбаев 2008 йылда үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора. Йүнсел Әбдрәш һөтсөлөк фермаһының буш торған ҡураларын ҡуртымға ала. Ваҡытында 20 баш һыйырҙан ғына башлаған фермер бөгөн малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнә.  Әле ул көн һайын үҙ продукцияһын Сибай, Магнитогорск ҡалаларына оҙата. Үҙененең тырышлығы һәм дәүләттән бирелгән ярҙам  Рәмил Юлдыбаевҡа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшергә булышлыҡ итә. Малсылыҡ тармағын үҫтереүгә арналған семинарға йыйылыусылар фермерҙың эш тәжрибәһе менән яҡындан танышты. Улар яҡын киләсәктә төҙөкләндереләсәк ҡураларҙы, мал-тыуар, ҡош-ҡорттарҙы ҡараны. Бынан тыш, ауыл хужалығы белгестәре иғтибарынан Әлмөхәмәт ауылындағы элеватор ҙа ситтә ҡалманы.  Шәхси ҡулдарҙағы предприятиела быйыл ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе линия сафҡа ингән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика