Әбйәлил районында хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереүгә арналған төбәк-ара семинар-кәңәшмә үтте 09.02.2016

Осрашыуҙа дәүләт ярҙамы программаларында ҡатнашыу, ауыл хужалығы продукцияларын етештереүгә, эшкәртеүгә һәм һатыуға йүнәлтелгән хужалыҡтар ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.  Сараның практик өлөшө Буранғол ауылында күптән түгел эш башлаған  Айбулат Вәлиевтың хужалығында уҙҙы.  Йүнсел егет былтыр үҙенең проектын уңышлы яҡлап, 1 миллион 350 мең һумлыҡ грантҡа эйә була.

Буранғол ауылынан Айбулат Вәлиев  үҙ көсөн  малсылыҡта һынап ҡарамаҡсы булған. Бының өсөн йәш фермер бизнес-план төҙөй һәм  былтыр дәүләттән ҙур ғына сумма грант ала. Аҡсаның байтаҡ өлөшө МТЗ-82 тракторын алыуға китә. Үҙҙәренең биш һыйырына өҫтәп, район хужалыҡтарының береһенән 10 тана ла һатып ала. Йәй улар өсөн ферма төҙөү мәшәҡәттәре, бесән әҙерләү хәстәрлектәре менән уҙа.
Хужалыҡ ҡышлатыу миҙгеленә етди әҙерләнгән. Улар былтыр 500 центнер самаһы эҫкерт ҡойған. Ә инде һалам менән  фуражды һатып алғандар. Һауын залында иһә әлегә, башлыса  ҡул көсө ҡулланыла. Әммә киләсәктә бында бар эштәр ҙә автомат ярҙамында башҡарылырға тейеш. Дөйөм алғанда, Әбйәлил районында фермер хужалыҡтары йылдан-йыл арта бара. Әлбиттә, уларҙың уңышлы үҫеүенә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам ыңғай булышлыҡ итә.
Район үҙәгендә үткән кәңәшмәгә республиканың 13 төбәгенән ауыл хужалығы белгестәре саҡырылды. Семинарҙа шулай уҡ үҙ эшен башларға теләүселәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү юлдары менән танышты, бынан тыш, әлеге көндә ғәмәлгә ашырылған дәүләт ярҙамы программалары менән ҡыҙыҡһынды.
Әбйәлилдәр артабан да малсылыҡ һәм һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса йылдам эш алып барырға нитәләй. Һуңғы йылда ғына фермер хужалыҡтарында малдар һаны 25 процентҡа артып, 2 мең ярымдан ашып киткән. Улар иңенә төбәктә һауылған һөттөң биш һәм етештерелгән иттең ун проценты тура килә. Тимәк, дәүләт күрһәткән ярҙам менән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының киләсәктә тағы ла артыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика