Әбйәлил районы хужалыҡтары ураҡты 91 процентҡа теүәлләгән

Әбйәлил районы хужалыҡтары ураҡты 91 процентҡа теүәлләгән 06.09.2016

Тәбиғәт шарттарының көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, быйыл Әбйәлил ауыл эшсәндәре уңышты ярайһы уҡ етерлек кимәлдә урып алыуға ирешкән.

Рөстәм Ниғәмәтйәнов ауыл хужалығы менән бала саҡтан дуҫ. Бигерәк тә комбайн техникаһын үҙ итә. Иртәнән ҡара кискә тиклем ураҡта ҡатнашыуҙан күңел кинәнесе алам, ти замандашыбыҙ. Бигерәк тә ул яңы техниканан ҡәнәғәт. Заманса уңайлыҡтар менән йыһазландырылған комбайнда эшләгеләре килеп кенә тора.
Ниғәмәтйәновтар ырҙында тотош ғаиләһе менән эшләй тиһәң дә була. Ике тиҫтә йылдан ашыу игенселек менән шөғөлләнгән фермер Хәлфәт Ниғәмәтйәнов заман менән бергә атларға тырыша. Был турала уның ер эшкәртеүҙе, иген сәсеүҙе фәнгә, яңы технологияларға таянып алып барырға, яңы сорттар менән эшләргә тырышыуы һөйләй. Райондың «Красная Башкирия» хужалығы тәжрибәһенән сығып, хужалыҡта нуль технологияһы ла һынап ҡаралған. Йәғни, ҡоролмалар һатып алып, бер ҡамыл сәскесе үҙгәртеп ҡоролған, баҫыу ағыулы химикат менән эшкәртелгән.
Ғөмүмән, Әбйәлил районында иген культураларын һуғыу тамамланған. Дөйөмләштереп әйткәндә, ураҡ эштәре 91 процентҡа  теүәлләнгән. Эште сентябрь урталарына тамамларға ниәтләй ауыл эшсәндәре. Дымлылыҡ етмәгәнгә күрә, ураҡтың һөҙөмтәләре бик үк маҡтанырлыҡ түгел.
Быйыл көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, Әбйәлил районы хужалыҡтарының уңышы иртә өлгөрҙө. Һөҙөмтәлә аграрийҙар ураҡҡа ваҡытынан алда төштө. Ауыл хужалығы культураларының ҡоро булғанға күрә, улар тура иген һаҡлағысҡа оҙатылды. Ә иген киптергес ҡоролмаларына эш ҡалманы ла тиерлек. Шулай ҙа уның кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Сөнки тиҙҙән октябрь, ноябрь айҙарында көнбағышҡа ла сират етәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика