Бураҙна оҫталары

Бураҙна оҫталары 26.06.2014

Яңауылда инде икенсе тапҡыр һабансылар араһында һөнәри конкурс уҙғарылды. Бәйгелә район хужалыҡтарынан 13 механизатор ҡатнашты, уларҙың оҫталығын абруйлы комиссия ағзалары баһаланы.

Яңауылда инде икенсе тапҡыр һабансылар араһында һөнәри конкурс уҙғарылды. Бәйгелә район хужалыҡтарынан 13 механизатор ҡатнашты, уларҙың оҫталығын абруйлы комиссия ағзалары баһаланы.

Алдынғы эшсәндәрҙе асыҡлау өсөн бураҙналарҙың тигеҙлеге һәм тәрәнлеге лә иҫәпкә алынды. Ҡағиҙә буйынса, был үлсәм 18-20 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Конкурста тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән, урындағы һөнәрселек лицейы уҡыусылары ла ҡатнашты. Һабансылар бәйгеһе быуындар бәйләнеше дауам итеүен күрһәтте. Йәштәр ҙә тәжрибәле ялан батырҙарына һис тә һыр бирмәне. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Яңауыл һөнәрселек лицейы уҡыусыһы Глизер Мәрҙәнов, икенсе урынды «Рассвет» хужалығының йәш механизаторы Әлмир Ғәлимйәнов яуланы.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку