Буласаҡ аграрийҙар Ҡырымға йыйына

Буласаҡ аграрийҙар Ҡырымға йыйына 02.06.2016

Былтыр ярымутрауҙа Башҡорт дәүләт аграр университетынан 15 студент ҡына хеҙмәт практикаһын үтһә, быйыл  улар дүрт тапҡырға күберәк.  Бынан тыш, уҡыу йорто Рәсәйҙең башҡа төбәктәре хужалыҡтары, предприятиелары менән дә килешеү төҙөгән. Егет-ҡыҙҙар араһында Татарстанға, Ырымбур өлкәһенә юлланыусылар күп, шулай ҙа төп көс төбәк ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. «Башаҡ»  студент отрядының өсөнсө хеҙмәт семестрын асыу тантанаһында йәштәр яңы тәжрибә туплау мөмкинлегенә ҡыуанысын белдерҙе.

Хеҙмәт семестрында Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән студенттарҙы «Тракторсы-машинист» һөнәренә лә өйрәтәләр. Йәштәр ошо йүнәлештә эшкә лә урынлаша  ала. Быйыл «Башаҡ» махсуслаштырылған студент отрядынан 100-ән ашыу кеше баҫыуҙа урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку