Бешмә ауырыуына карантинды алып та өлгөрмәнеләр хайуандарға яңы үләт яҡынлаша

Бешмә ауырыуына карантинды алып та өлгөрмәнеләр хайуандарға яңы үләт яҡынлаша 12.11.2017

Силәбе өлкәһендә африка тағуны ҡотороу сәбәпле сиктәш Учалы районында ветеринар постар урынлаштырылды. Шуйлай уҡ республикала октябрҙә күрше өлкәнән индерелгән ит продукцияһын  эҙләйҙәр.  

Башҡортостандың барлыҡ эре сусҡа фермалары вирус сығанағынан алыҫ урынлашҡан. Шулай ҙа Шаран районы Тат-Көсөк ауылына бер ниндәй рөхсәтһеҙ сит өлкәнән 60-лап баш эре мөгөҙлө мал индерелеүе асыҡланды. Фермер  белгестәргә малдарҙы күрһәтмәгән. Хатта был фактты йәшереп маташа. Ә был хоҡуҡ боҙоу теркәлгән документ серле рәүештә юҡҡа сыҡҡан.
Эш ҙурға китә башлағас ҡына документтың полиция хеҙмәткәрендә ятыуы асыҡланды. Эҙләмәһәләр, бәлки, шунда ҡалыр ҙа ине. Күрәһең эшҡыуар хоҡуҡ һаҡсылары менән дә яҡшы мөнәсәбәттә. Ә бына ветеринарҙар менән мөнәсәбәттәр яҡшынан түгел.  Хатта  тикшер еүҙе талап иткән урындағы ветеринарҙы ҡурҡытып, тотош ғаиләһен туҡмап китеү менән янаған. Беҙҙең хәбәрселәргә лә Әрмәнстандан килгән йүнсел «кәрәкте биреп» ҡайтарыу менән янауҙан ары китә алманы.
Шуныһы аптырата, был турала баш ҡалала хәбәрҙар , ә район етәкселеге хәлде белмәмеш булып ҡылана. Әллә фермер уларҙы ла ҡурҡытып алғанмы?
Барыһы ла яҡшы.. Бәлки бешмә ауырыуының таралыуы ла ошондай мөнәсәбәттәндер? Тейешле органдарға уйланырға урын бар. Иң мөһиме тағы ла халыҡтың мең ярым малын юҡ итеп ҡаҙнанан ҡырҡ миллион һум аҡса сығарып һалырға тура килмәһен.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку