«Берҙәм донъя - берҙәм сәләмәтлек»

«Берҙәм донъя - берҙәм сәләмәтлек» 10.03.2017

Быйыл Өфөлә ошо девиз аҫтында VII Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресы үтәсәк. Кәңәшмәгә егерме биш төбәктән меңләп белгестең килеүе күҙаллана. Сараға шулай уҡ сит илдәрҙән сығыш яһаусылар саҡырылған. Улар араһында ғалимдар һәм административ ветеринария органдары вәкилдәре бар.

Ветеринар Рауил Иҙелбаев Бикбау ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн яҡын кешегә әйләнгән. Ауыл ерендә күпләп мал тотҡан ғаиләләрҙе ярҙамынан өҙмәй ул. Ауырыған малдарға ғына түгел, сәләмәттәренә лә даими  иғтибар кәрәк, ти Рауил Хәлил улы. Хеҙмәткәр өсөн яҙ айырыуса тынғыһыҙ осор. Әле Бикбау биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа малдар бруцеллезға тикшерелә.
Тырышҡанға - эш ҡарышмай. Илеш районынан мал табибы һөнәрен үҙләштергән Илнур Имамов та урындағы хужалыҡтарҙың береһенә ветеринар булып эшкә төшә. Бер нисә йылдан ауылда ҡалған йәш белгестәргә дәүләттән финанс ярҙам бүленә башлай. Илнур Имамов та программала ҡатнашыу өсөн  документтар йыя. Бөгөн ул ғаиләһе менән субсидияны файҙаланып, ике ҡатлы йорт төҙөп сыҡҡан.
Илнур Имамов, «Илеш-агро» хужалығы ветеринары: «Дәүләттән бүленгән 700 меңгә яҡын аҡса беҙҙең өсөн ҙур этәргес булды. Үҙебеҙ белеп торабыҙ, йәштәр ауылға әллә ни атлығып тормай. Ә бындай мөмкинлек, ярҙам булғанда, ни өсөн тырышып эшләмәҫкә? Һайлаған һөнәремдән дә ҡәнәғәтмен».
Башҡортостан эре мал һаны, һөт етештереү һәм бал буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урында тора. Шуға ла апрелдә Өфөлә уҙасаҡ ветеринарҙар конгресында ҡортсолоҡ мәсьәләһенә лә айырым секция бүленгән. Конгресс үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, иң актуаль мөсьәләрҙең хәл итеү юлдарын табырға булышлыҡ итер, тигән ышаныста төбәк белгестәре.
Халыҡ-ара ветеринария конгресының Башҡортостанда уҙғарылыуы, юҡҡа түгел. Белгестәр билдәләүенсә,  республиканың үҫеш ҡеүәте ҙур булған агросәнәғәт секторы, уның инвестиция йәлеп итеүсәнлеге лә ветеринарҙарҙың быйылғы, етенсе конгресын Башҡортостан ерлегендә үткәреү ҙә мөһим роль уйнаған. Һәр хәлдә, белгестәр халыҡ-ара кимәлдәге конгрестың төбәк хеҙмәткәрҙәре өсөн әһәмиәте юғары булыр тип өмөтләнә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку