Бер гектар майҙандан 100 центнер кукуруз

Бер гектар майҙандан 100 центнер кукуруз 10.10.2017

Стәрлетамаҡ районының "Калинин" хужалығы был төр культураны урып-йыйыуҙы тулы ҡеүәттә башҡара. Кукуруз үҫтереү өлкәһендә был тәүге оло ҡаҙаныш, ти төбәк ауыл эшсәндәре.

Ирек Ниғмәтуллин ауыл хужалығында 12 йәштән эшләй. Тәүҙә механизатор ярҙамсыһы, ныҡлап өйрәнгәс  техникаға үҙе ултыра. Хәҙер инде өс тиҫтә йылдан ашыу  һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Хатта, хеҙмәте республика кимәлендә юғары баһаланып былтыр автомобиль менән дә бүләкләнә. Быйылғы миҙгел уңыштың муллығынан бигерәк, мәшәҡәтле булыуы менән иҫтә ҡалмаҡсы, ти ул.

Шуға ҡарамаҫтан, эш ырамлы бара, ти Ирек Рәжәп улы. Көндәрҙең аяҙ тороуын иҫәпкә алып ауыл эшсәндәре ҡабат баҫыуға төштө. Маҡсат аҙна-ун көн эсендә кукуруз культураһын урып-йыйыу эштәрен тамамлау.

Уңыш былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк ти хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Былтыр  гектарынан 53 центнер самаһы кукуруз йыйып алынһа, быйыл ул 100 центнерҙы тәшкил итә.

Уңыштың күплегенә предприятие әҙер булып сыҡты. Продукцияны ҡайҙа итеү, һорауы борсомай. Кукурузды  орлоҡ булараҡ һаҡлау, йә ҡыш буйына малға ашатыу булһынмы барыһы ла күптән уйланып ҡуйылған.
Алдағы көндәрҙә хужалыҡ кукуруз йыйуҙы тамамлап, көнбағыш урыуға төшөргә әҙерләнә. Әлегә гектар ҡеүәте күпме булыры билдәһеҙ. Шулай ҙа  ярайһы уҡ уңыш алырға өмөт бар, ти ауыл эшсәндәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку