Бер баш һыйырҙан йылына биш мең литр һөт һауып алыу һәм йыл аҙағына тиклем быҙауҙар һанын тағы ла биш йөҙ башҡа тиклем арттырыу

Бер баш һыйырҙан йылына биш мең литр һөт һауып алыу һәм йыл аҙағына тиклем быҙауҙар һанын тағы ла биш йөҙ башҡа тиклем арттырыу 13.09.2016

Бына ошондай ҙур маҡсат тора Баймаҡ районы  Күлтабан һөт етештереү комплексы алдында. Дәүләт ярҙамы менән төҙөлгән заманса мегафермала бөгөн мең башҡа яҡын мал аҫырала. Һуңғы һигеҙ айҙа ғына тоҡомло малдарҙан мең ярым тонна һөт һауып алынған.

Бынан бер нисә йыл элек Күлтабан ауылында сафҡа ингән мегафермала бөгөн эш тулы кимәлдә бара. Әле хужалыҡта илленән ашыу кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.  Ваҡытында ҡара-ала тоҡомло эре малдар  алыу өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан алтмыш миллионға яҡын аҡса бүленә. Бөгөн 640 баш һыйырҙан тәүлегенә 14 литр һөт алына һәм яҡын арала тоҡомло малдар үҙҙәрен тулыһынса аҡлар тигән өмөттә мегаферма . Руслан Истәков -тәжрибәле һауынсы. Эшләү дәүерендә уға һыйырҙы ҡул менән һауырға тура килә. Әле Һөт һауыу цехының тулыһынса инженер селтәрҙәре һәм заман технологиялары менән тәьмин ителеүе- һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйтте, тип белдерә.
Был мал аҙығын тигеҙләп йөрөүсе махсус ҡоролма. Төбәктә бындай автоматлаштырылған робот бер нисә генә. Ике ай элек ҡиммәтле сит ил  ҡоролмаһы урындағы мегафермаға һатып алына. Уның ярҙамында малдарҙың алдынан аҙыҡ тәүлек әйләнәһенә өҙөлмәй. Был, үҙ йәһәтендә, һауымдың артыуына булышлыҡ итә. Шуның менән ҡоролма үҙ хаҡын ярты йыл эсендә аҡлаясаҡ.
Александр Мисиков, инженер: «Был робот малдарҙы туҡтауһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән. Тәүлегенә ул ферманы 32 тапҡыр урап сыға. Һөҙөмтәлә малдар сифатлы туҡлана һәм һөттө лә күберәк бирә».
Әлеге ваҡытта мегаферманың беренсе өлөшө сафҡа ингән. Киләсәктә тағы ла икенсе өлөшөнөң төҙөлөшө ҡаралған. Йәш быҙауҙар торған бинала малдар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған-һәр береһенең айырым келәте бар, ә иң мөһиме-таҙа һәм йылы. Йыл башынан 270 баш быҙау алынған. Яңы йылға тиклем тағы ла 500 быҙау тыуыуы көтөлә. Был мегаферма белгестәренең уңышлы яһалма ҡасырыу һөҙөмтәһе.
Был миҙгелдә малдарҙы юғалтыуһыҙ ҡышты сығарыу өсөн етәрлек кимәлдә мал аҙығы тупланды. Әлелә юғары темпта силос әҙерләү эше дауам итә. Юғары һәм беренсе сортлы һөт етештергән комплекс киләсәктә лә уңышлы эшләр һәм дәүләт ышанысын аҡлар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку