Бер баш һыйырҙан йылына 7 мең ярым литр һөт

Бер баш һыйырҙан йылына 7 мең ярым литр һөт 21.09.2015

Бындай күрһәткес Ауырғазы районының «Уңыш» хужалығында теркәлгән. Ә республика буйынса ул ике тапҡырға кәмерәк. Шулай ҙа, уңыш сере сит ил һыйырҙарында түгел, ә дөрөҫ туҡландырыуҙа.

Бында тиҙҙән яңы иген һаҡлағыс келәте сафҡа инәсәк. Әле иретеп-йәбештереүселәр ҡыйыҡты нығыта. Быға тиклем иген культураһын һаҡлау хужалыҡтың төп проблемаһы һаналған. Күп осраҡта ул яҙға табан эшлектән сыға торған булған. Хужалыҡтың тағы бер ҡыуанысы һыйыр малдарының артыуы.
135 эре баш мал күптән түгел Венгриянан килтерелгән. Голштин-фриз тоҡомло һыйырҙар һөт яғынан отошло. Әйткәндәй, хужалыҡ былай ҙа продукция етештереү буйынса республикала алдынғы урынды биләй. Башҡортостанда бер баш малдан йылына 4 мең литр һөт һауып алынһа, ә был хужалыҡта күрһәткес 7,5 ярым литрға тәшкил итә. Әлбиттә, сит төбәктәң тоҡомло мал килтереп, аҫырау еңелдән бирелмәй, ти хужалыҡ етәксеһе. Бер һыйырҙы сик аша  үткәреү генә 180 мең һумға барып баҫҡан.
Һыйырҙың һөтө - телендә, тигәнлеген ауыл эшсәндәре яҡшы белә. Кукуруз төп мал аҙығы һанала. Әйткәндәй, әгәр республика буйынса был культураны үҫтереү һирәгәйһә, ә был хужалыҡ киреһенсә, баҫыуҙарҙы киңәйтеү яҡлы.
Ауырғазы районы кукурузды күпләп сәскән төбәк булараҡ билдәле. Әлеге ваҡытта урып-йыйыу эштәре ойошҡанлы бара. Был әлбиттә, аграрийҙарҙың тырышлығы, шулай уҡ ҡеүәтле заманса техниканың да ярҙамы ҙур. Был культураны үҫтереүҙең роле баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр. Сөнки углеводҡа бай кукуруз һөт күләмен арттырырға булышлыҡ итә.
Көн һайын хужалыҡ урындағы һөт комбинатына 18-19 тонналап һөт тапшыра. Йәш  таналар һөт бирә башлағас, күрһәткестәр артыр, тип өмөтләнә хужалыҡ малсылары. Сит илдән килтерелгән һыйырҙарҙың ошо арала быҙаулауы көтөлә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку