Баймаҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы һәм уның филиалдары уҡытыусылары Әбйәлил районының алдынғы хужалыҡтарының береһе «Красная Башкирия» кооперативының базаһы менән танышып ҡайтты

Баймаҡ  Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы һәм уның филиалдары уҡытыусылары Әбйәлил  районының алдынғы хужалыҡтарының береһе «Красная Башкирия»  кооперативының   базаһы  менән танышып ҡайтты 27.01.2017

Был йыйылыш киләсәктә үҙ-ара хеҙмәттәшлек ептәрен булдырыуҙы, студенттарҙың практикаһын ошо предприятие ҡарамағында ойоштороуҙы күҙаллай. Тәүге практика   март айында  планлаштырыла.  

Красная Башкирия  - республикала ауыл хужалығы эштәрен юғары кимәлдә ойошторған,  алдынғы технологияларҙы уңышлы файҙаланған  эре хужалыҡтарҙың береһе. Һуңғы  йылдарҙа кооператив  тотороҡло  табыш сығанағы - малсылыҡты үҫтереүгә  иғтибарҙы  ныҡ көсәйткән.   Бөгөн хужалыҡтың өс  һөтсөлөк фермаһында ике меңгә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫырала. Заман талаптарына ярашлы яңыртылған базала бөгөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйткән заманса һөт үткәргес, шнеклы тиҙәк сығарыу, йылытылған һыу эсереү системалары ҡуйылған. Һөт  етештереүҙә заманса кимәлгә ҡуйылған,  йәғни ниндәй һыйырҙан күпме продукция алыныуы, бер һүҙ менән әйткәндә, малсылыҡтағы хәл-торош компьютерҙан ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Быҙауҙар  өсөн  дә   махсус бокстар урынлаштырылған.    
Ә хеҙмәткәрҙәргә килгәндә  элекке осорҙо   иҫләргә генә ҡалды, хәҙер эшкә байрамға килгән кеүек йөрөйбөҙ, хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт, ти улар. Ашау, йыуыныу, ял итеү  бүлмәләре  бында беренсе урын  тора.   Эшселәрҙең  тырыш хеҙмәтен  дә етәкселек  лайыҡлы баһалай. Теләгән һәр кем төрлө ял йорттарында һаулығын нығыта. Шәхси хужалығында мал аҫырағандар иһә бесән-һалам менән  дә тәьмин ителә.
Урал аръяғы  агросәнәғәт колледжының дүрт  филиалы уҡытыусылары  осрашыуында  иһә хужалыҡ етәксеһе үҙ пландары менән бүлеште. Тик уның ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн яныңда белемле, эш өсөн янып торған йәш кадрҙарҙың  булыуы мөһим. Бөгөн бында  зоотехник, ветеринарҙар  талап ителә. Эшләгәндәй дәртле йәштәр булһа, етәкселек яғынан уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралған.  Был  сара ла киләсәктә  студенттарҙың артабанғы яҙмышын хәл итеүҙе  күҙаллай ҙа инде.
Кадрҙар  бөтәһен дә хәл итә!   Ауыл  хужалығы тармағында  ошо лозунг  әле лә көнүҙәк булып ҡала. Проекттың  тәүге ҡарлуғастары  март айында  практика үтергә юлланасаҡ.  Был  эш тәжрибәһе  әлбиттә ыңғай һөҙөмтә бирер.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика