Баймаҡ районының Октябрь ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Азат Сабитов Рәсәйҙең иң яҡшы механизаторҙары исемлегенә ингән 28.10.2016

Баҫыу уңғаны быйыл  гектарынан  61 мең  ярым центр уныш йыйып районда беренсе урынға сыҡҡан. Азат Сабитов кеүек хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү алдағы аҙнала Өфөлә ауыл хужалығы тармағы хеҙмәтсәндәре байрамында үтә.

Ураҡ күптән тамамланған, техникалар йылы урынға ҡуйылған. Шулай ҙа алдынғы механизатор көн һайын  үҙе эшләгән кәрстиән фермер хужалығы идаралығына булһа ла киреп урай. Оҙаҡламай ул орлоҡ таҙартыуға сығасаҡ. Быйылғы ураҡта бер ҙә ватылмайынса үҙ хужаһына тоғро хеҙмәт иткән техникаһын Азат Ҡәһәрмән улы маҡтап телгә ала. Көндө төнгә ялғап эшләгән вакыттарҙа ла бер ҙә арытманы, ти комбайнсы. Ләкин һәр фиҙәҡәр хеҙмәт артында техника ғына түгел, ә кеше тырышлығынын ятыуы көн кеүек асыҡ.
«Шәрәфетдинов» крәстиән фермер хужалығынын алдынғы механизаторы  Азат Сабитов республикала ин юғары етештереүсәнле хужалыҡ исеменә дәғүә иткән Айрат Шәрәфетдиновтын  крәстиән фермер хужалығында  эшләй. Айрат Алик улы элекке данлы Йылайыр совхозы билмәләрендә эш алып бара бөгөн. Унын фермерлыҡ хужалығы ла, сәсеү майҙандары ла бер колхоз билмәләренә торошло, тиҙәр районда. Шуныһы ғәжәп, Айрат шәрәфетдинов йылдын ниндәй килеүенә ҡарамастан якшы уныш алыуға ирешә. Сөнки белгестәр әйтеүенсә фермер агротехник технологияларҙын барыһын да ваҡытында үтәп бара.
Баймаҡ районы быйыл  йөҙ ҙә ҡырҡ алты   мен тонна уныш йыйып алып Стәрлетамаҡ районынан ҡала икенсе урынға сыға. Ә ике кеше йылды үҙене хеҙмәт биографияһындағы унышлыраҙна унышлыһы тип исәпләй. Улар ике механизатор‐ Сынғыҙ аулынан Зәки Ҡотлоғужин һәм Октябрҙан Азат Сабитов.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика