Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Айрат Күсәев үҙ һөнәренең оҫтаһы

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Айрат Күсәев үҙ һөнәренең оҫтаһы 25.11.2014

Алдынғы механизаторҙың ауыл хужалығы тармағындағы фиҙаҡәр хеҙмәте  дәүләт наградаһы менән баһаланды.

Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән Айрат Күсәев мәктәпте тамамлағас та тыуған колхозында эш башлай, аҙаҡ иһә әрме сафына алына. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң ун көндә үтмәй тыуған колхозында  эш башлай. Тырыш, ныҡышмалы егеткә өр-яңы тракторҙы  ышанып тапшыралар. Бына инде ҡырҡ йылдан ашыу  ғүмерен ауыл хужалығы бағышлай  Айрат Нуретдин  улы.
Алдынғы тракторсы тармаҡтың ниндәй генә өлкәһендә эшләмәһен, һәр ваҡыт өлгөлө хеҙмәткәр булып ҡала. Район етәкселеге тарафынан да уның  хеҙмәте юғары  баһалана. Әллә күпме маҡтау  ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, таҫмалар  ошо хаҡта һөйләй.  Айрат Нуретдин улы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Рәхимә Күсәева менән утыҙ биш йыл татыу ғүмер итәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең ғаиләләре бар. Рәхимә Сафа ҡыҙы ла тормош иптәшенең үҙ эшен яратыуын дәлилләй.
Яратҡан эшем, ғаиләм  тип янып йәшәгән Айрат Нуретдин  улына киләсәктә лә хеҙмәт ҡаҙаныштары, ғаилә бәхете,  ныҡлы сәләмәтлек кенә юлдаш булһын.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку