Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы арыш майҙандарынан гектарынан 28 центр уңыш ала

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы арыш майҙандарынан  гектарынан 28 центр уңыш ала 19.08.2017

Ҡояшлы, йылы көндөн һәр минутын файҙаланған хеҙмәткәрҙәр өсөн йыл уңышлы килә.

Быйылғы  һауа торошо ауыл хужалығы эштәренә бер аҙ үҙгәрештәр индерҙе.  Йәйҙен башы һалҡынса, яуым төшөмлө торҙо, был иһә  ураҡ кампанияһын һунырак башлауға сәбәпсе булды.  Белгестәр әйтеүенсә һуң төшөү, уныш сифатында сағылмаған. Ленин исемендәге хужалыҡта барлығы 11 берәмек техника эшләй. Ауыл хеҙмәтсәндәренә  мең ярым гектар майҙандарҙы сабыу бурысы тора.
Әйтергә кәрәк, хужалыкта тәжрибәле белгестәр менән бергә йәш  кадрҙар ҙа басыуҙа эшләй. Улар ҙа   урып йыйыу эштәрендә  якшы һөҙөмтәләргә ирешә. Был иһә   унышлы эшләгәнен хужалык файҙаһына булһа, өйрәнгенен үҙен өсөн тигәнде тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ленин исемендәге алдынғы хужалыҡта  тәжрибә туплау һәр белгес өсөн уңышлы ерҙә эш башлауга бәрәбәр.  Дөйөм алғанда районда барлык хужалыҡтарҙа ла баҫыуҙарҙа эш бара. Майҙандарҙын уртаса гектар ҡеүәте 17 ярым центр. Был айҙа ауыл халҡынын  да күпләп бесән әҙерләүе күҙәтелә. Бындай көнүҙәк эштәр хәҙер  бөтә ерҙә лә бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку