Баймаҡ районының Күлтабан ауылында асылған мегаферма ҡеүәтен арттыра

Баймаҡ районының  Күлтабан ауылында асылған мегаферма ҡеүәтен арттыра 05.12.2015

Сентябрҙә Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарынан ҡайтарылған һыйырҙарҙан көнөнә 4 тоннанан ашыу һөт һауып алына. Әле  эшселәр  малдарҙы юғалтыуһыҙ ҡышлатыу өсөн бар тырышлығын һала.

Бөгөн  хужалыҡта 600 баш һыйыр малы  иҫәпләнә, шуларҙың 200 ашыуы быҙаулаған.  Был һыйырҙар  көрлөгө  һәм яҡшы тоҡомло,  урындағыларҙан күпкә һөтлөрәк  булыуы менән айырылып тора. Бер баш малдан  тәүлегенә 15  литрҙан ашыу  аҡ алына. Тәүге тапҡыр быҙаулағанға күрә, әле таналарҙы  өйрәтеү  ауырға тура килә, ти белгестәр.   Мегафермала  һөт һауыу өсөн   махсус аппараттарҙың һәм айырым залдың  булыуы һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйтә. Киләсәктә  хужалыҡта тағы ла  һөт һауыу залын асыу күҙаллана.
Хужалыҡтағы   эшселәрҙең күбеһе  Күлтабандыҡы  һәм күрше ауылдағылар.  Мегаферма асҡандала урындағыларҙы хеҙмәт урыны менән тьәмин итеү маҡсаты ҡуйылғайны. Хеҙмәт йәшендәге кешеләргә эш эҙләп ҙур ҡалаларға юллағансы,  урында эш  булыуы күпкә  уңай, ти эшселәр. «Һыйырҙың һөтө - телендə» икәнен яҡшы белә  Ринат Йәнтилин.  Һыйырҙарға ваҡытында  аҙыҡ һалыу, ҡура эсен тәртиптә тотоу өсөн бар тырышлығын һала малсы.  
Һөттөң  яҡшы табыш сығанағы  икәнен  һәр кем  белә . бөгөн Рәсәй кимәлендә лә мегаферма иҫәбенә йәшәгән өлкәләр бар. Шуға күрә киләсәктә   хужалыҡта   һыйырҙарҙың һанын  ишәйтеү һәм уларҙы юғалтыуһыҙ ҡышлатыу бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку