Баймаҡ районында яҙғы баҫыу эштәренә арналған төбәк-ара кәңәшмә үтте 23.03.2016

Был республика ауыл хужалығы министрлығының төбәктәргә сығып үткәргән тәүге семинары. Аграрийҙар сәсеү компанияһына әҙерлек, өҫтөнлөклө йүнәлештәр хаҡында фекер алышты.

Кәнәшмәгә килеүселәрҙен географияһы кин ине.  Ул Учалынан алып  Ейәнсура районы вәкилдәренә тиклем  көньяктын 8 төбәген берләштерҙе. Улар араһында ауыл хужалығында эшләгән тәжрибәле белгестәр ҙә,  ғалимдар ҙа бар ине. Тимәк, теориянан практиға йәки ғалимдарҙын фәнни ҡаҙаныштарын баҫыу эштәрендә ҡулланыу, ниндәй орлоҡ файҙаланыу ерҙе вакытында ашлау һәм башҡа алымдар хакында һөйләшеү өсөн бер генә семинарҙа етмәне кеүек.
Бөгөн республиканын көньяғында яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн фәнни тәкдимдәр генә аҙ, уны уңышлы  файҙаланған хужалыҡтарҙын өлгөһөн күрһәтеү ҙә мөһим.  Ҡоролоҡ булған төбәктәрҙә  лә уңышлы эшләп була тигән фекерҙә ғалимдар. Уҙған йылдарҙың баҫыу эштәре ниндәй һығымта яһата. Хужалыҡтарҙын күбеһе барыбер ҙә игенселектән үҙенә файҙа килтерә алмай.  Мәҫәлән,  республиканын көньяғында булған 417 хужалыҡтын 38- дә генә гектар ҡеүәте яҡшы, ерҙәргә минераль ашлама етеңкермәй, урында машина технология парктары иҫкергән, байтаҡ райондарға өҫтәмә агрегаттар талап ителә.
Шулай ук ҡара сиңерткәләргә ҡаршы көрәш юлдары ла көн ҡаҙағында ҡала.
Быйыл ауыл хужалыҡтарына субсидия бүлеүгә лә ҡараш үҙгәрә башлай. Башлыса кем эшләй шул аласак һәм финанслау ҙа хеҙмәт һөҙөмтәһенә ҡарап билдәләнәсәк
Семинарҙың икенсе өлөшөндә Баймаҡ районының  бер нисә хужалығында практик эштәр үткәрелде. Ул ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеге, орлоҡтар һаҡлаусы бүлмәләрҙе ҡарау,  дөйөм алғанда ауыл хужалығы эштәренә старт биреүҙе күҙ уңында тотто.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика