Баймаҡ районында яҙғы баҫыу эштәре хаҡында хәстәрлек алдан күрелә

Баймаҡ районында яҙғы баҫыу эштәре хаҡында хәстәрлек алдан күрелә 23.10.2014

Күптән түгел Баймаҡ тәжрибә хужалығы һәм Хөсәйенов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында уҙған семинар-кәңәшмә ошо мәсьәләгә арналды.  

Семинарҙа беҙҙең климат шарттарында һынау үтеп, һәйбәт уңыш биргән элиталы иген сорттарын киңерәк файҙаланыу  мәсьәләһе иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Был йәһәттән  Баймаҡ тәжрибә хужалығы һуңғы йылдарҙа эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Әлеге ваҡытта хужалыҡта һынау үткән Экада 70 сорты, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың башҡа төрҙәре лә етерлек кимәлдә тупланған.  
Сәсеүгә етерлек кимәлдә сифатлы орлоҡ туплауҙан тыш, район хужалыҡтары алдында ауыл хужалығы техникаһын әҙерләү һәм ҡышҡы осорҙа һаҡлау бурысы ла тора. Ошо көндәрҙә төбәктең сағыштырмаса йәш Хөсәйенов крәҫтиән (фермер) хужалығында техниканы ремонтлау башланған да инде. Йүнсел хужаның машина-трактор паркында арбаңды ҡыш, сананы йәй әҙерлә тигән тапҡыр халыҡ мәҡәленә таянып эш итәләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика