Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре тамамланып, иген бураларға һалынды, мал-тыуар ҙа йылы ҡураларға индерелә башланы

Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре тамамланып, иген бураларға һалынды, мал-тыуар ҙа йылы ҡураларға индерелә башланы 07.10.2017

Ә төбәк буйынса һәр яҡлап та алдыңғылар рәтендә булған Ленин исемендәге кооператив ураҡты теүәлләп, ҡышҡы шартттарға әҙерлеген иң беренселәрҙән булып тамамланы.

Ленин кооперативы төбәктә игенселектә лә, малсылыҡта ла һынатмаған хужалыҡтарҙың береһе. Былар барыһы ла тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең эше һөҙөмтәһе. Малды ҡышлатыу хужалыҡта сентябрь аҙағында уҡ башлаған. Һауа торошоноң тотороҡло тороуы мал аҙағын тейешле кимәлдә эшләп алыуға ла булышлыҡ иткән
Барлығы хужалыҡта 1350 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, уларҙың 700 самаһы һауын һыйырҙары. Кооперативта малды бесән, сенаж, фураж игене менән генә сикләп ашатмайҙар, ә төрлө туҡлыҡлы ҡушылмалар менән мал аҙығын төрлөләндерәләр. Был үҙ сиратында әлбиттә мал һанын арттырырға, һауымды күтәрергә  лә булышлыҡ итә.
«Ленин»да инде бер нисә йыл яһалма ҡасырыу ысулын  әүҙем ҡулланалар. Бының буйынса маҡсатлы йүнәлештә эштәр алып барыла. Гөлшат Исмәғилева үҙ эшенә ошо юҫыҡта яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.
Ауыл хужалығында 50-гә яҡын хеҙмәткәр тырышып эшләй. Уларҙың күбеһе инде байтаҡ тәжрибә туплаған үҙ эшенең оҫталары. Бына шулай берҙәм хеҙмәт менән генә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Йыл һайын ҡыш миҙгелен улар юғалтыуһыҙ сыға. Етәкселек иһә хеҙмәтсәндәр өсөн  тейешле шарттар булдырған.
Кооператив эшсәндәре ҡыш миҙгеленең сатлама һыуыҡтарын да еңел үткәреп, уңышлы, бер ауырлыҡһыҙ сығырына ныҡлы ышаныс белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку