Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре 80 процентҡа тамамланған

Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре 80  процентҡа тамамланған 31.08.2016

Гектар ҡеүәте 21 центнерга барып етә. Бөгөнгә  120 мең  тоннаға яҡын уңыш йыйылған. Быйыл айырыуса фермер хужалыҡтары мул уңыш йыйып аласаҡ, тип күҙаллана. Кәрешкә ауылында йәшәүсе  фермер Линар Әхмәтов үҙ хужалығында урып-йыйыу эштәрен   70 процентҡа теүәлләгән.

Бөгөн бында  барлығы 500 гектар ерҙә  сәселгән ашлыҡтың  яртыһынан күбеһе йыйып алынған. Әле игенселәр 250 гектарҙағы игенде  урып-һуғыуҙы тамамлап, бөтә көстө  арпа  йыйыуға йүнәлткән. Тик төбәктә ямғыр яумау сәбәпле, ярауай культураларҙың башағы тулышып өлгөрмәгән, ул гектарынан 11-12  центнер бирә.
Хужалыҡта күберәк  тәжрибәһе булған механизаторҙар эшләй. Улар араһында  оҙаҡ йылдар  ошо һөнәргә  тоғро ҡалған  Рәсүл Насиров та бар.  Бына  инде ул икенсе йыл  хужалыҡта  алдынғылыҡты бирмәй.
Техникаларҙың  торошон  да баҫыу эшсәндәре даими  күҙәтеп тота. Тик быйыл  комбайндарҙын  иске булыуы  ныҡ һиҙҙерте, ти  хужалыҡ етәксеһе. Тимәк, киләһе йылға техника паркын яныртыу бурысы тора.  
Өс-дүрт  көндән  игенселәр яуаплы кампанияға нөктә ҡуясаҡ. Бынан тыш, фермер 700 тоннала бесәндә әҙерләгән. Тимәк, ҡышҡы  миҙгелгә  хужалыҡ  ныҡлы аяҡ баҫа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку