Баймаҡ районында  төрки халыҡтарҙың милли  уйындарының береһе Ылаҡ йылдам үҫешә 15.12.2016

Ул һәр байрамдың  төп биҙәгенә әйләнде. Халыҡ  уйынын һәр яҡлап үҫтереү  йәһәтенән  ошо көндәрҙә районға Силәбе өлкәһенең  Верхнеуральск  ҡалаһынан  ун дүрт махсус ат алынды. Улар әле Ҡуянтау һәм Темәс ауылдарындағы фермерҙарҙа өйрәтелә.  

Әле Ҡуянтау ауылындағы тәжрибә хужалығында ете ат Ылаҡҡа әҙерләнә.  Ғөмүмән, был аттар  бейек, оҙон аяҡлы  һәм  шәп юртаҡтар.  Күбеһенсә орлов, рус рысак  йылҡылары һайлап алынған.  Уларҙың    башҡорт тоҡомло аттарҙан   ҡарағанда, тиҙлеге шәп. Шулай уҡ   был аттарҙың   түш тирәһе  киң.  уйын  барышында  ундай  арғымаҡтар  бер-береһе менән  бәрелешкән осраҡта ла бирешмәйәсәк.
Әлбиттә, Ылаҡ  уйынында  еңеү яулау өсөн уйынсынан тыш,  аттарҙың да  роле ҙур. Арғымаҡтар үҙ хужаһы менән берҙәй сығыш яһарға тейеш. Шуға күрә, төрлө  күнекмәләрҙән  тыш,  кеше менән  яҡшы  мөнәсәбәтте  булдырыу  өҫтөндә лә эшләйҙәр.
Киләсәктә Баймаҡ районында төрлө тоҡомло спорт атта¬рының бәйгеләрен ойоштороу, халыҡ уйындарын үҫтереү, йәш спортсылар тәрбиәләү  йәһәтенән тағы ла шарттар яҡшырасаҡ. Баш-ҡортостанға 100 йыл тулыу айҡанлы республикала башҡарыласаҡ эштәр планына Темәс ауылында ипподром төҙөү ҙә ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика