Баймаҡ районында Рәсәй Фәндәр Академияһы ғалимдары ҡатнашлығында Урал аръяғының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн курстар ойошторолдо

Баймаҡ районында  Рәсәй Фәндәр Академияһы  ғалимдары ҡатнашлығында Урал аръяғының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн курстар ойошторолдо 13.03.2015

Биш көн дауамында  Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы фермерҙары белемен камиллаштырҙы. Уҡыуҙар ауыл хужалығы кооперацияһы, инновация  технологиялары, аграр туризм, балыҡсылыҡ һәм башҡа төрлө йүнәлештәр  буйынса  барҙы.

Крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре фекеренсә, тармаҡ яңылыҡтары менән даими танышып тороу көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Әлеге фермерҙарҙың күбеһе - кисәге ауыл хужалығы эшсәндәре. Махсус курстар улар өсөн яңы алымдары  менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора.
Фермерҙар өсөн уҡыуҙар республиканың башҡа райондарында ла ойоштороласаҡ. Сөнки ауыл хужалығы тармағын, урында шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү  дәүләт кимәлендәге  мөһим бурыс.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика