Баймаҡ районында Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу дауам итә

Баймаҡ районында Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу  дауам итә 27.07.2016

Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу  тамамланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалып бара. Эҫе һәм урыны менән ямғырлы һауа шарттарына ҡарамай ,иҫәпкә алыусылар аҙналыҡ эш планын үтәргә ынтыла. Көнәнә ундан ашыу йорт-хужалыҡтарын үтеп сығыу еңелдән түгел, йәйгеһен кемдәрҙер өйҙә булмай сыға, кемдәрҙер ихатаһында уҫал эт өрөп ҡаршылай. Әминә Иҫәндәүләтова иҫәпкә алыу эшендә беренсе тапҡыр ҡатнаша. Уның фекеренсә,ауылдаштары менән әңгәмәләшеү ауыр түгел. Хужалар уның һорауҙарына ентекле яуап бирә.

Йәнбирҙиндар үҙенең ғаиләһен бәләкәй, әммә көслө дәүләт менән тиңләй ала. Йыл һайын улар тырышлығы менән йорт янындағы баҡсала күпләп йәшелсә-емеш үҫтерелә. Улар үҫтергән уңыш ҡышын үҙҙәренә генә түгел, хатта ҡунаҡҡа ҡайтыусы балаларына һәм ейәндәренә лә етә. Ҡала ризығы витаминдарға наҡыҫыраҡ булһа, ауылда үҙең етештергән сифатлы аҙыҡ ҡулланаһың.

Тиҙҙән ауыл хужалығын иҫәпкә алыу тамамланасаҡ. Был ҙур күләмле эште уңышлы башҡарып сығыу беҙҙең илебеҙ өсөн бик мөһим. Иҫәпкә алыу ауылдағы хәлде тулыһынса асыҡларға һәм  дәүләткә ауыл хужалығы өлкәһендә  сәйәсәтте камиллаштырыу мөмкинлеген бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку