Баймаҡ районында  малсылыҡ  тармағын шәхси кәсеп итеп алыусылар байтаҡ 13.05.2015

Уларҙың береһе  һарыҡсылыҡ  менән шөғөлләнгән фермер  Хәмит Тимербулатов   районға тоҡомло малдар ҡайтарған.

Бала саҡтан  өйөр-өйөр һарыҡ көтөп үҫкән егетте малсылыҡтың һарыҡсылыҡ тармағы  нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Оҙаҡ уйлап тормай ул  ошо йүнәлеш буйынса эш башлай. Старт ап программаһында еңеп сыҡҡандан һуң,тоҡомло һарыҡтар  эҙләүгә тотона.  Ейәнсура  районында  Куйбышев  тоҡомло һарыҡтарҙы күреп ҡайтҡас,   күптә тормай  апрель башында   Һамар өлкәһенән  тоҡомло  50 баш  һарыҡты  үҙ хужалығына  алып ҡайта.    Куйбышев тоҡомло мал - ит алыуға йүнәлтелгән   һарыҡ. Был тоҡомға ҡараған һарыҡтар эре, ҡыҫҡа тояҡлы, мөгөҙҙәре булмай һәм тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ, улар  аҡ   төҫтә генә булалар.   Бик үрсемле, йылына ике   тапҡыр бәрәсләй,  бәрәстәре лә  ҙур була, ти йүнсел.  Ябай  һарыҡтар 14-15 килограмм ит бирһә, был тоҡом   30-35, хатта 40   килограмға тиклем етә.  
Һарыҡтар  беҙҙең һауа шарттарына ла тиҙ яраҡлаша, ҡаты һыуыҡтарға ла, йәйге эҫегә   лә  сыҙамлылар. Бигерәк  тә япраҡлы бесәнде һәм һолоно    яратып ашайҙар. Шулай уҡ тоҡомло һарыҡтың йөнөн дә  бүтәндеке менән сағыштырыу мөмкин түгел,  уның оҙонлоғо 15 сантиметрға тиклем етә.  Йөнө   яҫтыҡ, юрғандар эшләү өсөн бик ҡулай.
Һарыҡ булһа ҡураңда - тәңкәң йөрөр кеҫәңдә тип бушҡа  ғына  әйтмәгән халыҡ. Малсылыҡтың   был тармағын үҫтереп,  табышлы кәсеп  менән булышҡан   фермер  Хәмит Тимербулатов  башҡаларға өлгө булырлыҡ.  
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика