Баймаҡ районында хужалыҡтарҙағы тракторҙар һәм тағылмаларҙың техник торошо төбәк-ара кәңәшмәлә ҡаралды

Баймаҡ районында хужалыҡтарҙағы тракторҙар һәм тағылмаларҙың техник торошо төбәк-ара кәңәшмәлә ҡаралды 01.06.2017

Семинарҙа республиканың Урал алды райондарының дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ҡатнашты.

Семинарҙың практик өлөшө Иҫке Сибай ауылында «Урал аръяғы» МТС-ының трактор майҙансығында дауам итте. Тикшереү барышында яҡтыртыу приборҙарына, тормоз системаһына, идара итеү механизмдарына айырыуса иғтибар бүленде. Хәҙер һәр хужалыҡ үҙ техникаһын алыҫ араларға йөрөтмәй мобиль технология аша, бер юлы бер нисә техниканының  төҙөклөгөн тикшертеп техник күҙәтеү үтә ала.
Төҙөк трактор баҫыу эштәрендәге бик ҡәҙерле ваҡытты маҡсатлы файҙаланырға мөмкинлек бирә, яғыулыҡ-майлау материалдарын аҙыраҡ сарыф итә. Кешеләр хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге хаҡында ла оноторға ярамай. Техник тикшереү барышында инспекторҙар механизаторҙың ябай хәүефһеҙлек нормаларын күҙәтеүенә лә иғтибар итте.
Техниканың төҙөк булыуы, бар талаптарға яуап биреүе мөһим. Сөнки хужалыҡта мал аҙығын әҙерләүҙә һәм башҡа эштәрҙә  транспорт һуңғы ваҡытта бик киң ҡулланыла. Шуға күрә, уның ваҡытында техосморт үтеүе бар ҡатмарлыҡтарҙы ваҡытында хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика