Баймаҡ районында халыҡтан һөт йыйыу тейешле кимәлдә ойошторолған

Баймаҡ районында халыҡтан һөт йыйыу тейешле кимәлдә ойошторолған 12.09.2014

Шәхси  хужалыҡтарҙа  күпләп мал тотоусылар өсөн был бигерәк тә отошло. Сөнки  һөт йыйыусы шәхси эшҡыуарҙар уларға йортта етештерелгән продукцияны һатыуға сығарырға ярҙам итә.

Һөт йыйыусы эше ябай ғына күренһә лә, уның хеҙмәте еңелдән түгел. Ҡаратал ауылында йәшәүсе Гөлназ һәм Ринат Бөркөтбаевтар халыҡтан һөт йыйыу менән 2007 йылдан алып шөғөлләнә. Йәй көндәре иһә кѳнѳнә алты йөҙ литр булһа, хәҙер инде 200-300 литр тирәһе аҡ йыйыла, ти һѳт йыйыусы.
Һөттөң йыйыу мәле иртә таңдан башланғаны яҡшы. Уңған хужабикәләр һауылған һѳтөн  әҙерләп көтөп кенә тора. Ауыл халҡы ишле мал аҫырап, файҙаһын күрә, һөт һатып аҡса эшләй.  
Ҡуянтау ауылында ла шәхси хужалыҡтарҙан һѳт йыйыуҙың иң уңышлы мәле. Бында инде Таулыҡайҙан шәхси эшҡыуар Нурислам Баййегетов  шөғөлләнә. Был кәсеп менән ул өсөнсө йыл булыша. Ҡуянтауҙа уның иң әүҙем һөт тапшырыусылары ла бар. Ҡул аҡсаһы менән ваҡытында иҫәпләшкәс, ти Нурислам Баййегетовты урындағылар көтөп тора.
Ауыл халҡы кѳн дә тиерлек ҡалаға сығып китә алмай. Ә һөт йыйыусылар ошо хеҙмәте менән ауыл халҡына ҙур ярҙам күрһәтә. Ваҡытында һөт тә тапшырыла, аҡсаһы ла килеп тора.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку