Баймаҡ районында кәзә үрсетеүгә иғтибар артты

Баймаҡ районында  кәзә үрсетеүгә иғтибар артты 26.01.2017

Райондың  Ишмырҙа ауылында йәшәүсе  Нурдәүләтовтар ғаиләһе  тиҫтә йылға яҡын кәзә үрсетеү менән шөғөлләнә. Уның һөтөнән бешелгән ҡымыҙ, сыр һатыуға сығарыла. Йүнселдәр төбәктә кәзә үрсетеү отошло булыуын билдәләй.

Һәр кем кәзәне төрлө ниәттә үрсетә. Ә Нурдәүләтовтар кәзәне     дауаланыу өсөн    аҫрай. Әле уларҙың   хужалығында ете  ваҡ мал  бар.  Бөгөнгө көндә шуларҙың икәүһе  һауын кәзәләре.  Ҡыш көнөндә бер кәзәнән литрлап һөт  һауыла, ә йәйен һауым тағы ла арта.   Ғалимдар кәзә һөтөнөң файҙаһын күптән   иҫбатлаған. Уны хатта  әсә һөтө менән тиңләйҙәр.  Ысынлап та, һыйырҙыҡынан айырмалы, кәзә һөтө айырыуса, балалар организмы  өсөн кәрәкле.
Кәзә һөтөнән ҡымыҙ ҙа бешә ғаилә. Ул ыҫланған көбөлә махсус әҙерләнә. Кәзә ҡымыҙы бейәнекенә ҡарағанда күпкә ҡуйыраҡ, ул кальций, фосфор кеүек минераль матдәләргә бай, ти хужабикә.  Шифалы эсемлек артынан килеүселәр ҙә етерлек - даими һатып алыусылары бар.Нурдәүләтовтарҙың  өҫтәле  тик үҙҙәрендә  генә етештерелгән аҙыҡ‐түлек менән һығылып тора.  Өҫтәлдән    буҙа, һыйыр һөтөнән  күбек  майы, ҡорот  бер ваҡытта ла өҙөлмәй тиерлек.  Шулай уҡ  үҙҙәре  өсөн  генә  умарта  ла  тота  улар.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика