Баймаҡ районында эш сәфәре менән республиканың Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко булып ките

Баймаҡ районында эш сәфәре менән республиканың Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко булып ките 26.05.2015

Ведомство етәксеһе  тармаҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса урындағы халыҡ фекерен белеште, яҙғы баҫыу эштәре менән  танышты, проблемаларҙы барланы.

Ленин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы, Баймаҡ тәжрибә хужалығы, Толпар хужалығында булғандан һуң, район хакимиәте бинаһында халыҡты ҡабул итте.
Ҡолонсаҡ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Булат Байбулов башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнеүе билдәле. тоҡомсолоҡ предприятиеларына дәүләт ярҙамы алыу тураһында ул тәүге мәртәбә мөрәжәғәт итмәй. Был юлы ул агротуризм йүнәлешендә лә эш башларға теләүен белдерҙе
Министрға ҡабул итеүгә ун ике кеше борсоған һорауҙар, тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итте. Малсылыҡ, ҡортсолоҡ, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмаларына субсидия алыуҙа ярҙам һорап килеүселәр күп булды. Шәхси малдарҙы тамғалау, йә булмаһа чип ултыртыуҙы мәжбүри итеү, мал хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен закон нигеҙендә нығытыу  һорауы менән Темәс һәм Урғаҙа ауылы биләмәләре башлыҡтары мөрәжәғәт итте.
Николай Коваленко һәр ҡабул ителеүсене ентекле тыңланы, әңгәмәләште, кемдәргәлер урында уҡ яуап ҡайтарҙы, ҡайһыларын яҙып алды. Министр  сәселмәй ятҡан баҫыуҙар мәсьәләһен дә күтәрҙе, сәсеүлектәр  буш ҡалмаҫҡа, сәселергә тейеш тигән тәҡдим индерҙе. Артабан ул Йылайыр зонаһындағы баҫыуҙар торошо менән танышты.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку