Баймаҡ районында баҫыуҙарға ҡара сиңерткәләр һөжүм итеүе сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде 17.06.2014

Ҡоротҡостар күпләп көтөүлектәргә, сәсеүлектәргә ябырыла. Әле бөжәктәр райондың 13 ауылы биләмәһендә таралған.

Ҡоротҡостар күпләп көтөүлектәргә, сәсеүлектәргә ябырыла. Әле бөжәктәр райондың 13 ауылы биләмәһендә таралған.

Темәс ауылы фермеры Ишдәүләт Ғибәҙәтов ҡара сиңерткәләр үткән яланды күрһәтә. Малдар ашарға яраҡлы бар үлән тамырына тиклем юҡҡа сыҡҡан. Йәйҙең эҫе, ҡоро башланыуы һөҙөмтәһендә был ҡоротҡостар иҫәпһеҙ үрсегән. Әлә лә башҡа төбәктәрҙә ямғырҙар яуһа ла, Баймаҡта ул һирәкләп урыны менән генә яуып үтә.
Ҡара сиңерткәләр бесәнлектәрҙе, көтөүлектәрҙе генә түгел, сәсеүлектәрҙе лә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юҡ итә. Районда тәүләп улар 2010 йылда теркәлә. Ҡоротҡостар менән көрәш башлыса ауыл хужалығы ҡарамағындағы ерҙәрҙә алып барыла. Шуға күрә ҡара сиңерткәләр тулыһынса бөтөрөлмәй ҡала. Белгестәр фекеренсә, баҫыуҙарҙы ғына ағыулау бөжәктәрҙе кәметмәйәсәк.
Бөжәктәр ауыл хужалығы тармағына иҫәпһеҙ афәт килтереүе мөмкин. Ваҡытында сара күреү йәһәтенән әле районда маҡсатлы эш башланды. Күп сығымдар талап ителеү сәбәпле, район етәкселеге республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Бөгөн ҡара сиңерткә республиканың 20-нән ашыу районында күҙәтелә. Быға тиклем ҡоротҡос башлыса Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә генә таралһа, хәҙер уны Әлшәй, Дәүләкән, Дүртөйлөлә лә осратырға мөмкин. Ғөмүмән, бөгөн республика баҫыуҙарының 120 мең гектарын ҡара сиңерткә баҫып алған, уларҙың 13 мең гектары махсус ағыу менән эшкәртелгән. Ҡара сиңерткәнең үрсеүен ауыл хужалығы белгестәре йылы ҡыш менән бәйләй.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика