Баймаҡ районында бәләкәй һәм урта хужалыҡтар урып-йыйыу эштәрен тамамланы

Баймаҡ районында бәләкәй һәм урта хужалыҡтар урып-йыйыу эштәрен тамамланы 31.08.2017

Район буйынса тулайым йыйым 78 мең тонна иген. Сабылған майҙандарҙың уртаса гектар ҡеүәте 20 центр ярым. Уңыш уҙған йылдарға ҡарағанда күпкә сифатлыраҡ, ти белгестәр.

Данлыҡлы Йылайыр совхозының элекке бөйөклөгөн ҡайтарыу өсөн йылдын унышлы килеүе ифрат ҙур йогонто яһаны. Былтыр игенден күплеге тик Баймак районында күҙәтелһә, быйыл республика басыуҙары һуңғы 15 йылда булмағанса мул уңыш бирә.
Һауа торошонон унайлыгы һис һүҙһеҙ игенсе файҙаһына булһа, урындагы аграрийҙарҙын йылдын йыл эш алымдарын үҙгәртеүе, яны технологияларҙы файҙаланыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә.  Ауыл хужалыгы бер урында тапанмай, йылдын нисек килеүенә карап эш шарттарын да шуга кулайлаштыра, ти 25 йыл фермер булып эшләгән Юрий Найденов. Бөгөн  фермерҙын басыуҙарында бойҙайҙын йомшак һәм ҡаты сорты үҫтерелә. 3-сө класслы бойҙай һәр ваҡыт ихтыяж менән файҙалана, икмәк бешереүҙә, макарон изделиеларын эшләү өсөн иң кәрәкле сорт.
Уңыш былтырғыға ҡарағанда кәм түгел, әммә сифатлыраҡ, ти белгестәр. Былтыр Баймаҡта иген запасы айырыуса күп булған. Тик уның хаҡы әле лә актуаллеген юғалтмай. Игенгә хаҡ түбән, етмәһә элеваторҙарға тапшырып та аҡсаһын ваҡытында алып булмай, тип көйөнә урындағылар. Ә ер эшендә эшләгән кешегә, уйлап ҡараһаң һәр кемгә лә ҡул аҡсаһы үҙ ваҡытында кәрәк.
Шәрәфетдинов крәстиән фермер хужалыгынын эшсеһе  Рәфәйез латыпов 33 градуслык эселә  иген сапкан комбайнсыларга  тукланыу рационын алып килде.   Бөгөнгө техникалар, эш шарттары  үҙгәргән кеүек,  тукландырыуҙа ла махсус контейнерҙар гына  файҙаланыла.Менюла  мотлак итле  һурпа, картуф иҙмәһе, котлет, сәй хатта   соус, майонез кеүек тәмлеткестәр ҙә  һалына.  Дөйөм алганда ла хужалыкта эшләгән   ялан батырҙары бөгөнгө эш шарттарына зарланмай.  Бына тигән техникалар,  уныш булганда эш хакы ла югары, кунелдәр ҙә көр.
Данлыҡлы Йылайыр совхозы күптән юҡ, уның ерҙәрендә хәҙер ҡеүәтле фермерҙар эшләй. Шулай уҡ ер эшенә йәлеп ителгән төп урынды игенсе династиялары алып тора. Был ерҙә эш тәжрибәһе атанан улға, улдан ейәнгә күсә бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку