Баймаҡ районында  ауыл хужалығы тармағында үҙ эшен асыуға 17 кеше проект әҙерләп  Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығына тапшырған 15.07.2015

Республика буйынса был иң ҙур исемлек.  Баймаҡ фермерҙары 1 миллион 300 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә.

Районда ер эшенә, малсылыҡҡа, йылҡысылыҡҡа, йәшелсәселекте үҫтереүгә иғтибар иткән йүнселдәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә  ҙур күләмдәге грантҡа тағы ла һигеҙ йәш фермер эйә булды.  
Районда малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн  шарттар, мөмкинлектәр бар. Ауыл хужалығында башлаусы фермерҙарҙы тәбрикләп Илшат Ситдиков сертификаттар һәм бүләккә Баймаҡ районы энциклопедияһын тапшырҙы. Улар рәтендә Мерәҫ ауылынан  Ғиззәт Ямантаев та бар ине. Грантты эш башлаусы фермер малсылыҡ менән шөғөлләнеп, итселек тармағын үҫтереүгә сарыф итәсәк. Эште башлап китеү өсөн ҡуртымға элекке ферма алына, уны рәткә килтереүҙә күп көс һәм финанс талап ителә, әлбиттә.
Бөгөнгө көндә бесән әҙерләү көн ҡаҙағында тора.  Бының өсөн хужаның техника проблемалары юҡ, йөк машинаһы, трактор һәм комбайны алдан уҡ хәстәрләнгән. Машина-трактор паркында ҡуртымға өс гараж алып быйыл техника ремонтлау эшен  башлаған. Фермерлыҡ эшенең дә уңышлы булыуын, килемле эшкә әүерелеүен теләргә ҡала.
Рүзилә Вахитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика