Баймаҡ районында ҡара сиңерткәләргә ҡаршы көсәйтелгән әҙерлек режимы иғлан ителгәйне 04.06.2016

Бөгөн  яҡынса егерме мең гектар хужалыҡ баҫыуҙары ҡоротҡостарҙан  зыян күргән. Аҙна башында ҡара сиңерткәләр Һаҡмар зонаһында урынлашҡан баҫыуҙарҙа осраһа, бөгөн улар Ирәндек буйында ла теркәлде.

Урал аръяғының көньяҡ-көнсығыш төбәге өсөнсө йыл рәттән йәшеллеккә ҙур зыян килтереүсе ҡоротҡостар- ҡара сиңерткәләр  менән көрәшә. Райондың Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы Һаҡмар зонаһында урынлашҡан. Көндәрҙең эҫе тороуо, яуым -төшөмдөң дә һирәк булыуы ҡара сиңерткәләрҙең күбәйеүенә килтерҙе. Бер аҙна эсендә урындағы хужалыҡ яҡынса алты йөҙ гектар ерҙә зыян күреп өлгөрҙө.
Ҡара сиңерткәләр  әле ҙурайып өлгөрмәгән-ике-өс сантиметрлы, ямғырҙың яуып үтеүенә лә, үткән төндә ҡырау төшөүгә лә бирешмәгәндәр.Бер квадрат метр ергә яҡынса ҡырҡҡа яҡын сиңерткә тура килә.  Баҫыуҙарҙа яңы ғына баш ҡалҡытҡан үҫентеләрҙе улар аяуһыҙ юҡ итә. Алдағы көндәрҙә район хужалыҡтары ҡоротҡостарға ҡаршы химик эшкәртеүҙәргә төшөргә йыйына. Был эш тә һәр кемдең кеҫәһенә ярайһы ғына һуғасаҡ.
Белгестәр, ҡара сиңерткәләрҙең үрсеүе эшкәртелмәгән шәхси хужалыҡтарҙан, бесәнлектәрҙән  килә тигән фекерҙә. Әлбиттә, ҙур көс,матди сығымдар түгеп сәселгән баҫыуҙарҙағы үҫентеләрҙең бер нисә көн эсендә юҡҡа сығыуы ҡыҙғаныс күренеш.Шуға күрә бөгөн бар хужалыҡтар алдында ваҡытында  ҡоротҡостарға ҡаршы сара күреү бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика