Баймаҡ районында агротуризмға иғтибар арта 03.07.2015

Төркмән ауылы янында урынлашҡан ферма хужалығында Ирәндек тибындағы башҡорт аттары үрсетелә. Йүнселдәр бында тоҡомдо һаҡлау эшен алып бара. Килем сығанағы булараҡ ҡымыҙ етештерелеп һатыуға сығарыла. Шулай уҡ был тарафтарға килгән туристар аттарҙа һыбай йөрөй ала. Улар өсөн төрлө маршруттар буйынса экскурсиялар ойошторола. Әлегә хужалыҡта 300-гә яҡын йылҡы иҫәпләнә. Башҡорт аттары сатлама һыуыҡтарға ла, йәйге селләгә лә сыҙамлы. Бәйгеләрҙә лә ал бирмәй, ти хужалыҡ етәксеһе.

Хужалыҡта тиҫтәгә яҡын эш урыны булдырылған. Күбеһенсә күрше ауылдарҙан килеп эшләйҙәр. Рәүеф Саптаров  йылҡы көтөргә, хатта, балалары менән килә икән. Алты айлыҡ ҡыҙы ла уның менән һыбай йөрөргә ярата.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика