Баймаҡ районы яҙғы баҫыу эштәрен тамамлай

Баймаҡ районы яҙғы баҫыу эштәрен тамамлай 23.05.2017

Күрһәткестәр буйынса төбәк йәнә республикала алдынғы урындарға дәғүә итә. Шул уҡ ваҡытта малсылыҡтан якшы килем алыу, мал аҙығына,  һауымды арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтеү бурысы тора. Ошо көндәрҙә ведомство етәкселәре  Урал алды  райондарына эш сәфәре барышында Баймаҡ районының да  хужалыҡ баҫыуҙарын, Күлтабан һөт етештереү комплексында  малсылыҡ тармағын   ҡараны.

Бөгөн районда 23 тонна һөт һауылһа, шуның 30 процентын урындағы мегаферма бирә. Үҙ эшен 600 баш тоҡом малынан башлаған хужалыҡ әле  үҙе лә артым ала башланы.  Хәҙер үҫеп килгән йәш таналарҙы тәүгә ҡырға сығарҙы.  Был мегаферманың мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланыла тигән һүҙ.
Хужалыҡта яһалма ҡасырыуҙын күрһәткестәре якшы.  Быйыл ферме тағы 180 н ашыу баҙыу алырға иҫәп тота.  Бөгөн бында мең башҡа яҡын мал аҫрала. Килгән етәкселәр малсылыҡ тармағының потенциалы ҙур, малдың туҡланыу рационына иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк тип билдәләне.
Билдәле, мегафермаларҙа малдар өсөн дә, эшселәр өсөн дә һәйбәт шарттар булдырыла. Шуға күрә уны күп райондар асып эшләтеү яғында  баймаҡ та бөгөн малдар һаны ишәйеү сәбәпле базалар етешщмәй, урындар тар. Бөгөн был пробьлема көнүҙәк. Быйыл баймаҡтар игенселек буйынса ла яҡшы уныш алырына өмөтөн юғалтмай. Әле баҫыу эштәре тамамлана. Шытымдар яҡшы, тик уны малдан тапатмай үҫтереп алыу бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку