Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында йәшәүсе Ринат Мөсәлимовтың ҡорбан байрамына махсус һимертелгән һарыҡтарына ихтыяж ҙур

Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында йәшәүсе  Ринат Мөсәлимовтың ҡорбан байрамына махсус һимертелгән һарыҡтарына ихтыяж ҙур 10.09.2016

Уңған фермерҙың хужалығында бөгөн илле  баштан ашыу  һарыҡ иҫәпләнә. Көнөнә бер нисә тапҡыр бирелгән һоло, айырым тәрбиә  һәм һаҡсыл мөнәсәбәт  иһә ваҡ малды һимертеүгә ныҡ ярҙам итә.   Хужалыҡтағы  һарыҡтарҙың  күбеһе   аҙбарҙан сыҡмай ҙа тиерлек. Фермер әйтеүенсә, ҡорбанға оҙатыласаҡ  мал махсус аҫрала. Малдың бөтә ағзаһы ла теүәл, һау булырға тейеш.

Йүнсел Романов, Куйбышев, Волгоград кеүек тоҡомло  һарыҡтарға түгел, ә ерлектәге ваҡ малдарға өҫтөнлөк бирә. Мөсәлимовтар   фермерлыҡ   эшенә   2011 йылда ныҡлап тотона. Бөгөнгө көндә фермер һарыҡсылыҡтан тыш,  йылҡысылыҡ тармағына  ныҡлы иғтибар бирә.    
Ихтыяж булғас, тәҡдим дә арта. Ғаилә киләһе йыл ваҡ мал, йылҡыларҙан  тыш, һыйыр  малының һанында  арттырыу  бурысын ҡуйған. Әйткәндәй, һарыҡтарға мосолмандарҙың изге байрамынан тыш, башҡа көндәрҙә лә  һорау  ҙур, бынан тыш  Ринат Мөсәлимов   һәр ваҡыт  һабантуй,  ҡорбан байрамдарына  бағымсылыҡ ярҙамы ла күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика